Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
8 Март 2021, 14:00

Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр, Ауыл күрке матур апайҙар!

Һөйөклө әсәйҙәр, көләс йөҙлө инәйҙәр, эшкә уңған апайҙар - һеҙҙең барығыҙҙы ла яҙҙың иң матур байрамы – 8 Март менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.

АҒИНӘЙҘӘР /йыр/ Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Мәрйәм Солтанова көйө.
Милләтемдең ҡот, ырыҫын һаҡлап
Ағинәйҙәр сафҡа баҫтылар,
Һәр ауылда усаҡ тоҡандырып
Тирмәләрҙә ҡаҙан аҫтылар.
Ағинәйҙәр рухты яңырталар.
Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр,
Ауыл күрке матур апайҙар,
Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлап
Киләсәккә ҡарап атлайҙар.
Ағинәйҙәр алға әйҙәйҙәр.
Балҡыш һибеп тирә-яҡтарына
Ялҡынланып яна йөрәктәр,
Өмөттәргә ышаныстар ҡуя
Һеҙ теләгән изге теләктәр,
Ағинәйҙәр фатиха бирәләр.
Сағыу, матур, милли кейемдәрҙә
Иман тулып балҡый йөҙөгөҙ,
Яҡты нурҙар сәсә күңелегеҙ,
Ауыл ҡото һеҙ бит үҙегеҙ,
Ағинәйҙәр -халҡым рухы һеҙ!
Читайте нас: