Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
13 Ғинуар 2021, 14:10

Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ихлас ҡотлайым!

Тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ яуаплылыҡ һәм түҙемлек, оҫталыҡ һәм фиҙакәрлек талап итә. Һеҙ гәзит уҡыусыларға районда булған ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға, йәмғиәт фекерен тыуҙырырға ярҙам итәһегеҙ. Һөнәри оҫталылығығыҙ менән әлшәйҙәрҙең ышанысын яулайһығыҙ, уҡыусыларығыҙҙың рухи донъяһын байытаһығыҙ.

Ысын күңелдән һеҙгә ижади уңыштар, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр һәм район баҫмаһын алдырыусылар һаны артыуын теләйем! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет һәм именлек юлдаш булһын.

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.
Фото интернет селтәренән алынды
Читайте нас: