Киләһе 2021 йыл хужаһы Һыйыр онотолмаҫлыҡ Яңы йыл мөғжизәһе бүләк итһен өсөн ололар ҙа, балалар ҙа яратҡан һоҡланғыс байрамға тулы әҙерлек бара.
Район үҙәгенең Совет майҙанында яңы йылдың төп символы – 12 метрлы ҡупшы шыршы ҡуйылған. Уның эргәһендә Ҡармыш ауылынан оҫта ҡуллы Баязит Хәйруллин боҙҙан эшләгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу баҫып тора. Бында шулай уҡ тағы ла бер оҫтаны, Тәүәтәй ауылында йәшәүсе, элек Пионерҙар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы булған Мәжит Шакир улы Миңлебаевты ла осратырға мөмкин. Оҙаҡламай бында беҙҙе гирляндалары төрлө төҫтәге уттар менән балҡыған Яңы йыл шыршыһы, әкиәти боҙ ҡаласығы һәм Ҡыш бабайҙың резиденцияһы ҡаршы аласаҡ
- Урман хужалығынан һатып алынған тағы ла ике шыршыны “Ыласын” спорт һарайы һәм Яңауыл биҫтәһендәге 1-се балалар баҡсаһы эргәһенә ҡуйҙыҡ. Быйыл шулай уҡ Тракт, Кусков, Кесе Ленин урамдарындағы электр бағаналарын биҙәү өсөн светодиодлы 30 панно (йондоҙҙар, шыршы ботаҡтары) эленәсәк. Диаметры дүрт метр булған фейерверк “шар” һатып алынасаҡ. Иллюминацияларҙы урынлаштырыу буйынса шәхси эшҡыуар “Нечипуренко” шөғөлләнә. Үҙәк майҙанда ике тау яһаясаҡтар, береһе мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн буласаҡ, - тине Раевка ауыл Советы башлығы Михаил Тимасов.
Тылсымлы боҙ ҡаласығын ҡороуҙа ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Илдар Хәбибуллин, Фәнгиз Ғәлиәхмәтов, Илвир Арыҫланов, Дмитрий Карпов, Азат Заһиҙуллин, Рәлиф Йәнгировтың өлөшө ҙур, улар йыл һайын карьерҙа боҙ киҫәктәре уйып алып ҡайталар, уның менән төп байрам тантаналары үтәсәк район үҙәге майҙанын уратып, шыршыны биҙәйҙәр, шыуыу өсөн тауҙар эшләйҙәр.
Ошо көндәрҙә Раевка ауыл Советы хакимиәте ойошторған иң яҡшы Яңы йыл уйынсығына конкурс уткәрелә, унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Үҙегеҙгә байрам кәйефе бүләк итегеҙ, үҙ ҡулдарығыҙ менән матур уйынсыҡ яһап, конкурсҡа ебәрегеҙ. Бәйгегә 15 декабрҙә йомғаҡ яһаласаҡ, ә еңеүселәрҙе бүләкләү йыл аҙағында, Яңы йыл алдынан буласаҡ.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.