Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
21 Ноябрь 2020, 16:00

Коронавирустан амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителә

Башҡортостанда Республикаһына федераль бюджеттан пациенттарҙы амбулатор дауалауға 151 млн һум аҡса бүленде, ул өйҙә дауаланған пациенттар тәғәйенләнгән. Коронавирус менән ауырыусыларға ниндәй дарыуҙар бушлай бирелә? Ошо һорау менән беҙ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Р. С. СӘЙӘПОВҡа мөрәжәғәт иттек:

Амбулатория шарттарында коронавирустан дауаланыусылар антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы, антикоагулянттар һәм башҡа кәрәкле препараттар менән бушлай тәьмин ителәсәк. Дауалау буйынса тәҡдимдәр һайлау йәшкә, сирҙең нисек үтеүенә (ҡандағы кислород миҡдарының юғары сатурацияһы менән өҙлөгөүҙәрһеҙ еңел йәки уртаса ауырлыктағы формалар), пациенттарҙың башҡа ауырыуҙары булыуына бәйле. Өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү өсөн уларға ҡатнаш дауалау схемалары билдәләнә.

- Рафаэль Самат улы, пациентҡа был турала нисек хәбәр ителә?

Ауырыу кеше препараттарҙы, улар тулы төргәктәрҙә йәки блистерҙарҙа бирелә, ҡабул итеүҙең дозаһы тураһында яҙма рәүештә хәбәр ала. Һәр пакетҡа ике данала исемлек һалына, уның береһе пациентта ҡала, икенсеһе ауырыуҙың ҡултамғаһы менән медицина ойошмаһына иҫәп-хисап өсөн тапшырыла.

- Дарыуҙарҙы кем килтерә?

- Урта һәм кесе медицина персоналы, практикалағы студенттар йәки волонтерҙар килтерәсәк. Препараттарҙы килтереү тураһында алдан шылтыратылмай, пациент өйөндә үҙ аллы изоляцияла булырға тейеш.

Дауалауҙы контролдә тотоу өсөн ауырыуҙарға телефон аша шылтыратабыҙ йәки был эш ваҡытлыса методик тәҡдимдәр менән билдәләнгән ваҡытта өйөнә барып башҡарыла.

Сәләмәтлек торошон үҙеңә тикшереү өсөн шәхси ҡулланышта термометр (электрон), артериаль ҡан баҫымын үлсәү өсөн тонометр һәм пульсоксиметр булырға тейеш.

Читайте нас: