Көн һайын, туҡталыштар эргәһенән үткәндә, уларҙың ниндәй хәлдә булыуына иғтибар итәм. Эскәмйәләр, сүп һауыттары бармы, тирә-яғы тәртиптәме? Тап ошо туҡталыштарҙа йыш ҡына кисен йәштәр йыйыла бит. Һәм ғәҙәттә иртәгәһен шундай йәмһеҙ күренешкә тап булаһың: түңкәрелгән сүп һауыттары, ватыҡ шешәләр, быяла ярсыҡтары, тәмәке төпсөктәре туҙып ята. Ярай әле туҡталыштың үҙен емереп китмәһәләр...
Раевка үҙәк район дауаханаһы эргәһендәге туҡталыш урыны, мәҫәлән, күптән шундай хәлдә. Түбәһе тишек, уны емереү өсөн кем ҡайҙан шул тиклем көс тапҡандыр? Ошо һорау оло йәштәге медицина хеҙмәткәрен дә борсой. Ул көн һайын эшкә автобуста йөрөй һәм туҡталышта транспорт көтөп торорға мәжбүр. Өлкән кешенең ямғыр ваҡытында таҙа эскәмйәгә ултырып торғоһо килә лә бит.
Бындай вәхшилек күренеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ауылда был бер генә осраҡ түгел. Район үҙәгендәге парктың ҡоймаларын йәмшәйтеп, һүтеп алып киткәндәр, был хаҡта интернет селтәрендә район хакимиәте башлығы Д. Мостафин яҙғайны инде. Шул тиклем көстө спорт залдарында һәм урам тренажерҙарында шөғөлләнеп сарыф итһәләр яҡшыраҡ булыр ине, тип билдәләй ул. Ә бит паркта кешеләр рәхәтләнеп ял итһен өсөн күпме көс һәм аҡса түгелгән.
Кескәй балаларға тәғәйенләнгән майҙансыҡтарҙы йыһазландырыу өсөн дә аҙ сығымдар китмәгән. Әммә бында ла кис көнө бәүелсәктәрҙә, каруселдәрҙә бәүелергә яратҡан үҫмерҙәр йыйыла, ә бит ҡорамалдар уларҙың кәүҙә ауырлығына иҫәпләнмәгән. Ошондай миҫалдарҙы бихисап килтерергә мөмкин. Был йәһәттән бигерәк тә үҫмерҙәр “ал бирмәй”. Шуға ла ата-әсәләр балаларын контролдә тоторға, күңелдәренә оҡшаған шөғөл табыуҙа ярҙам итергә, ошондай йәмһеҙ күренештәр менән тамамланған киске урам “йыйылыштарына” сығармаҫҡа тейеш.
- Быйыл йәй, коронавирус таралыу сәбәпле, лагерҙар, шифаханалар эшләмәне. Күп балалар каникул осоронда ҡараусыһыҙ ҡалды. Бөтә проблемалар шунан башланды ла инде, - ти Раевка ауыл Советы хакимиәте башлығы М. А. Тимасов. – Ауыл биләмәһендә бөтәһе 30 туҡталыш иҫәпләнә. Унда беҙҙең рәссамдар нимәләр генә яҙмай, ниндәй генә һүрәт төшөрмәй. Үҫмерҙәр хатта “Ҡояшлы базаһы” туҡталышының түбәһенә менеп һикергән һәм йәмшәйтеп, профнастилын аҡтарып сығырғандар. Яңы өйләнешеүселәр өсөн паркта ҡуйылған беседканың тимерҙән сүкеп яһалған биҙәктәрен һындырып ташлағандар. Балалар майҙансығынан үҫмерҙәрҙе ҡыуып ебәрерлек түгел, унда ла тотош емерәләр. Эйе, беҙ ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ремонт яһайбыҙ, хеҙмәткәрҙәребеҙ улар артынан көнө-төнө сүп-сар йыя, әммә, был ҡасанға тиклем шулай дауам итер икән? Ата-әсәләр балаларына ҡарата иғтибарҙы көсәйтһен ине, балаһының ҡайҙа йөрөгәнен, нимә менән шөғөлләнеүен белһен һәм уның ҡылығы өсөн закон буйынса ҡәтғи рәүештә яуап биреү кәрәклеген онотмаһын ине.