Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
17 Август 2020, 20:35

Саҡырыуға – махсус өйрәтелгән бригадалар

Махсус кейем кейгән медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы ҡулдарына сумаҙан тотоп ауырыуҙар янына ашыға.

Көн һайын Раевка үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлексәһенә ауырыуҙар, шул иҫәптән киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләгән кешеләр шылтырата. Махсус кейем кейгән медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы ҡулдарына сумаҙан тотоп улар янына ашыға. Улар шулай уҡ яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыған һәм улар менән аралашҡан кешеләр янына ла бара.

-Саҡырыуҙарға махсус бригадаларҙы, улар араһында табип-инфекционист һәм шәфҡәт туташтары бар, ебәрәбеҙ, - ти поликлиника мөдире Регина Ханнанова. – Уларҙың барыһы ла шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, чумаға ҡаршы кейемдәре бар, аяҡтарында – бахиллалар, ҡулдарында икешәр ҡат бирсәткәләр, мотлаҡ битлек һәм быяла күҙлектәр. Коронавирус эпидемияһы таралыу шарттарында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренең кейеме бына шундай. Хәҙер унһыҙ булмай. Барыһынан элек, хәүефһеҙлек! Көнөнә егермегә яҡын ауырыу янына барырға тура килә.

Поликлиникаға ингән ерҙә үткәреү пункты ойошторолған, уны бында “фильтр” тип атайҙар, унда тән температураһы юғары һәм респираторлы сир билдәһе булған пациенттар айырым боксҡа ебәрелә, уларҙы табип-терапевт ҡабул итә; кәрәк булһа, флюорография тикшереүе үткәрелә һәм инфекция булыу-булмауға ауыҙ һәм тамаҡ төбөнән биоматериал алына. Поликлиника коридорҙарында һәм бүлмәләрендә даими рәүештә дезинфекция үткәрәләр, йыуалар. Пациентта COVID-19 табылған осраҡта медицина учреждениеһында тулы дезинфекция үткәрелә.

Читайте нас: