Президент препараттың һөҙөмтәле эшләүен, тотороҡло иммунитет формалаштырыуын һәм кәрәкле барлыҡ тикшереүҙәрҙе уҙыуын билдәләп үтте. Вакцинаны ирекле ҡаҙатҡан бер генә кеше лә иммунизацияның етди өҙлөгөүҙәре билдәләнмәгән. Путин вакцинаны ҡыҙҙарының береһе үҙендә һынап ҡарауын әйтте.
Дәүләт башлығы яҡын арала вакцинаны күпләп сығару башланасаҡ, тигән ышаныс белдерҙе. Илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һүҙҙәренә ҡарағанда, препаратты, беренсе сиратта, инфекция йоҡторған пациенттар менән аралашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм балаларҙың һаулығына бәйле кешеләргә - уҡытыусыларға тәҡдим итәсәктәр.
Фото: news.myseldon.com