Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
8 Июль 2020, 11:00

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!

Күркәм традиция буйынса 8 июль илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә.

Рухи татыулыҡ, барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә үтергә әҙер ғаилә – тормошта ныҡлы терәк. Сал ҡартлыҡ зирәклеге һәм йәшлек дәрте, бер-береңә булған ышаныс һәм яҡындарыңа ярҙам итеү теләге, тыуған йорт йылыһы – быларҙың барыһы ла ғаиләлә сағыла.

Әлшәй районы һәр ваҡыт ғаилә традициялары менән көслө булды. Беҙҙә талантлы, һәләтле балалар тәрбиәләнгән бәхетле, татыу ғаиләләр бихисап. Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән һәм күп балалы ғаиләләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең күңел йомартлығығыҙ, тырыш хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ һәм хәстәрлегегеҙ һоҡланыуға лайыҡ. Йәштәребеҙ ғаилә традицияларын нығытһын, беҙҙең киләсәгебеҙ булған аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтерһен.

Был һоҡланғыс байрамда һәр ғаиләгә ысын күңелдән татыулыҡ, именлек һәм бер-береһен аңлашып йәшәүҙәрен, ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф һәм бәхет теләйем! Ғаиләләрегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.

Читайте нас: