Йәшлек йылдары – кеше ғүмеренең иң гүзәл сағы. Был ынтылыштар, эҙләнеүҙәр, асыштар һәм хыялдарҙы тормошҡа ашырыу мәле. Тап һеҙ, йәштәр, тыуған яғыбыҙҙың артабанғы үҫеше, оло быуындың яҙмышы өсөн бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алаһығыҙ. Һеҙҙең уҡыуҙағы, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштарығыҙ иртәгәһе көнгә ышанысты арттыра. Беҙ спортсыларыбыҙҙың төрлө кимәлдәге ярыштарҙа яҡшы сығыштары, ижади коллективтарҙың ҡаҙаныштары, уҡыусыларҙың олимпиадаларҙағы еңеүҙәре менән ғорурланабыҙ. Ирешелгән уңыштар менән генә туҡталып ҡалмағыҙ, һәр саҡ алға барығыҙ! Тормош юлдарығыҙ киң һәм еңел, хыялдарығыҙ сағыу һәм матур, башланғыстарығыҙ ышаныслы һәм файҙалы булһын! Һеҙгә фәһемле осрашыуҙар, яңы идеялар, әүҙем эшмәкәрлек, аныҡ маҡсаттар теләйем. Бәхет, мөхәббәт, яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар һеҙгә, йәштәр!
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.