Һеҙҙең бар булмышығыҙ – һөнәри бурыстарығыҙҙы намыҫ менән башҡарып, кешеләргә ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер булыу. Тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә ял һәм байрамдар юҡ, ул түҙемлелек, физик һәм рухи көс, белем һәм шәфҡәтлелек талап итә. Һеҙгә кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге ышанып тапшырылған. Бөтә донъяла пандемия ҡоторған хәүефле ваҡытта һеҙ һәр ваҡыт - алғы һыҙыҡта. Бөгөн коронавирус менән көрәшкән табиптар һәм бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ.
Сабырлығығыҙ, мәрхәмәтегеҙ һәм һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Сәләмәтлек һаҡлау өлкәһенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә именлек, тотороҡлолоҡ һәм, иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.