Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
21 Июнь 2020, 11:00

Атайҙар көнө менән!

Атай,атай,һиндәй КешеМинең өсөн берәү генә.Атай,атай,исемеңдеЯҙып ҡуйҙым йөрәгемә. Гөлнур Ғиззәтуллина

Атай

(Яҡын дуҫымдың һорауы буйынса яҙылды)

Һинең янда шундай ышыҡ,
Һинең янда шундай йылы.
Күҙҙәреңдән,әйтерһең дә,
Ағыла һымаҡ ҡояш нуры.

Сәстәреңә ипләп кенә,
Саф ҡырауҙар тейеп үткән.
Әллә көҙгө шаян елдәр
Күкһел томандарҙы һирпкән.

Һайрамайҙар былбыл ҡоштар,
Талдар ҙа ҡалған моңайып.
Моңһоу көҙгә йәм өҫтәргә
Һин тыуғанһыңдыр ,моғайын.

Атай,атай,һиндәй Кеше
Минең өсөн берәү генә.
Атай,атай,исемеңде
Яҙып ҡуйҙым йөрәгемә.

Читайте нас: