Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
12 Июнь 2020, 13:00

Хөрмәтле әлшәйҙәр!

Һеҙҙе ысын күңелдән Рәсәй көнө менән ҡотлайым!

Был байрам – Тыуған илебеҙгә һөйөү һәм хөрмәт билдәһе, милли берҙәмлек символы. Беҙ бай тарихлы илдә йәшәйбеҙ, ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.

Беҙ – берҙәм дәүләт граждандары һәм илебеҙҙең иҡтисади һәм социаль үҫеше һәр беребеҙҙең дөйөм тырышлығына, яуаплылығына бәйле. Көндәлек хеҙмәтебеҙ, барлыҡ тармаҡтарҙа уңышҡа ынтылышыбыҙ менән беҙ үҙ именлегебеҙҙе генә ҡайғыртмайбыҙ, илебеҙгә лә дан һәм абруй килтерәбеҙ.

Ҡәҙерле яҡташтар, ысын йөрәктән һеҙгә барлыҡ изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар, үҙ көсөгөҙгә ышаныс, оптимизм, маҡсаттарығыҙға ирешеүҙә ныҡышмалылыҡ теләйем. Һәр йортта, һәр ғаиләлә һөйөү, бәхет һәм именлек тантана итһен! Байрам менән!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.

Фото: Яндекс

Читайте нас: