Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
8 Июнь 2020, 12:00

Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар!

Һеҙҙе Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙ ғүмерегеҙҙе изге эшкә – ауыр тормош хәлендә ҡалған, иғтибар һәм хәстәрлеккә мохтаж граждандарға ярҙам итеүгә арнағанһығыҙ. Эшһөйәрлегегеҙ, ярҙамсыл булыуығыҙ, төп кешелеклелек сифаттарығыҙ һаҡлаусыһыҙ һәм яҡлаусыһыҙ ҡалғандарҙың һуңғы өмөтө булып тора. Уларҙың проблемаларын хәл итеү һеҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, уларға ҡарата иғтибарлы булыуығыҙға бәйле.

Көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ, игелекле һәм мәрхәмәтле булғанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Изге эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙҙә бәхет, татыулыҡ һәм именлек теләйем!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.

Читайте нас: