6 июндә Иҫке Аҡҡолай ауылы зыяратында ла әрүәхтәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү сараһы уҙҙы.
- Иртәнге 9-ҙан ауыл кешеләре, ҡаланан ҡайтҡан туғандар эш ҡоралдарын күтәреп, өмәгә йыйылды. Кураторыбыҙ Наил Вәлиәхмәтов та иртүк килеп еткәйне. Эштәр яйлы барҙы: егеттәр триммер менән үлән сапты, ҡатын -ҡыҙҙар тырмалар, һәнәктәр менән йыйып барҙы, аҙаҡтан ир-егеттәр үләнде тракторға тейәп тә ҡуйҙы. Кемдер сәскәләр ултыртты, ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтерҙе, буяны, таҙартты.
Айҙар буйы бикләнеп изоляцияла йәшәү ҙә йөҙәтеп киткән ахыры. Бөтәһе лә күтәренке кәйеф менән тырышып эшләне. Юҡҡа ғына күмәкләгән - яу ҡайтарған тимәйҙәр шул. Өмә аҙағында Данфис хәҙрәттең вәғәзен тыңлап, доғалар ҡылып, амин тоттоҡ. Казанка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вил Йомағужин өмәлә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, киләсәктә лә шулай әүҙем һәм берҙәм булырға саҡырҙы, - тип яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты Аҡҡолай ауылынан мәғариф ветераны Әлфиә Солтанова.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.