-2 °С
Болотло
Ул илдә һәр кеше
Дуҫ йә туған,
Һәр үләне хәтфә,
Һәр япрағы - юрған.
Иртә-кисе ҡоштар һайрауына,
Йырға-моңға,
Наҙға-нурға тулған.
Унда көндәр оҙон,
Йоҡо тәмле,
Күбәләктәре ҙур,
Тауҙар бейек.
Һәр бер көнө
Мөғжизәгә тулы -
Был матурлыҡ һис бер үтмәҫ кеүек.
Бил илдәме?
Һайыҫҡаны - моңло,
Ҡуяндары - батыр,
Сыбығы - ат.
Был илдә юҡ асыу,
Үпкә-һағыш,
Ә дошманлыҡ инде бөтөнләй ят.
Был илдәме?
Иң көслөһө - атай,
Иң наҙлыһы - әсәй,
Иң иркәһе - яҙғы таң еле.
Йәнәшәлә генә
Шундай ил бар!
Их, бер генә ҡайтып кил ине.
Ул бит сихри бала саҡ иле!
Гөлнур Ғиззәтуллина
Фото: vk.com