Улар танышҡанда ҡыҙға - 17, егеткә 20 йәш була. Владиктың яңы ғына армиянан ҡайтҡан сағы, Зөлфиә педагогия институтына имтихандар биреп ҡарай, әммә инә алмағас, икенсе йылға уҡырға барырға уйлап, Себенле мәктәбе интернатында эшләп йөрөй. Яҙмыштыр инде, барыбер институтта уҡырға насип булмай уға. Өс ай танышып йөрөгәндән һуң Себенле егете күрше Ҡыҙыл Юл ауылы сибәрен урлап алып та китә. Зөлфиә һәм Владик Шәрәфетдиновтарҙың ғаилә тормошо бына шулай башлана.
Икеһе лә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәс (ата-әсәләренә әле уларҙан башҡа ла кескәй туғандарын үҫтерергә кәрәк), йәштәр донъя көткәндә берәүҙән дә артыҡ ярҙамға өмөт итмәй. Йәш ғаилә Уваровка ауылына килә. Бында, консерва заводының йәшелсә баҫыуҙарында, эшсе ҡулдар һәр ваҡыт етешмәй. Икеһе лә тырышып эш башлай, предприятие йәш ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итә. Тиҙҙән улдары Илнар донъяға килә. Һуңынан Илүзә, Данил, Элина һәм Юнир тыуа.
Консерва заводы күптән юҡ инде, әммә эшсән һәм оҫта ҡулдар һәр ерҙә лә кәрәк. Бына егерме биш йыл инде ғаилә башлығы механизатор булып эшләй. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ул баҫыуҙа. Ер һөрә, иген сәсә, уңыш йыя.
- Эш мәлендә беҙ ныҡлап бер-беребеҙҙе күрмәйбеҙ ҙә. Иртән сәғәт етелә иптәшем эшкә китә һәм төн уртаһында ғына ҡайта. Ҡара көҙгә тиклем шулай. Владик үҙ эшен бик ярата. Етәкселек тә тырышлығын күрә. Ике йыл элек өр-яңы “Акрос” комбайнын ышанып тапшырҙылар, - ти Зөлфиә, ире менән ғорурланып.
Тормош иптәше көнө-төнө эштә булғас, йорт, хужалыҡ мәшәҡәттәре тулыһынса Зөлфиә өҫтөндә. Балаларҙы тәрбиәләү һәм өйҙө тәртиптә тотоу ғына түгел, хужабикәне ҡурала һыйырҙар, үгеҙҙәр, һарыҡтар, ҡош-ҡорт та көтә. Ауылдағы мәктәптә йыйыштырыусы булып хеҙмәт һалған ханымдың эш урынында ла һәр ваҡыт тәртип.
Кемдер бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле ауыл тормошона зарлана, ә Шәрәфетдиновтар үҙҙәренең тормошон ошондай ”романтика”нан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Тик бер нәмә генә күңелде ҡыра: балаларҙы кесе йәштән үк уҡырға интернатҡа ебәрергә кәрәк, сөнки Уваровкала башланғыс мәктәп кенә. Владик менән Зөлфиә, балаларын интернатҡа оҙатҡан һайын, их, Раевкала үҙеңдең өйөң булып, балаларың шунда йәшәп, уҡырға йөрөһөн ине, тип хыялллана.
Оҙаҡламай Шәрәфетдиновтарҙың был теләктәре тормошҡа ашасаҡ. Май байрамы алдынан ғына улар “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса торлаҡ сертификатына эйә булды. Тимәк, Шәрәфетдиновтар хәҙер район үҙәгендә йорт төҙөйәсәк.
- Ҡайһы берҙә минән, шул тиклем күп бала ни өсөн кәрәк, нисек итеп уларҙы аяҡҡа баҫтырмаҡсы булаһығыҙ,- тип һорайҙар. Балаларҙы табыр алдынан, әлбиттә, бер кемдең дә ярҙамына өмөт итмәнек, үҙ көсөбөҙгә генә таяндыҡ. Ләкин хәҙер дәүләтебеҙ ишле ғаиләләргә ҙур ярҙам күрһәтә бит. Әсәлек капиталына торлаҡ майҙанын киңәйттек, һуңынан, күп балалы ғаилә булараҡ, Раевкала участка бирҙеләр. Әле бына торлаҡ сертификаты ла тапшырҙылар. Балалар өйҙә дистанцион уҡыған осорҙа уларға аҙыҡ-түлекте тартма-тартма килтерәләр. Мәктәптән, төрлө ойошмаларҙан, шулай уҡ мәсеттәрҙән ярҙам алдыҡ. Тартмаларҙы асып өлгөрөп булмай! Бөтәһе өсөн дә ҙур рәхмәт! – ти Зөлфиә.
- Өйҙә көнө буйы балалар тауышы яңғырап торһа, беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, тимәк, йәшәү дауам итә, тормош ҡайнай. Күп бала табыу кәрәкме, тип һораусыларға мин, бәхет бер ваҡытта ла артыҡ булмай ул, тип яуап бирәм...