Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
13 Апрель 2020, 13:05

Ирекмәндәрҙең файҙалы эштәр марафоны

Бөгөн район үҙәгендә ун биш һәм ауыл Советтары буйынса 66 кешенән торған волонтерҙар төркөмө булдырылды.

Хәбәр итеүебеҙсә, коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, районда йәш гвардияның урындағы бүлексәһе “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәге яңғыҙ йәшәүсе өлкән йәштәге кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар килтереп биреү буйынса ярҙам күрһәтеү эшен башланы.

Волонтерҙарҙың куратор-координаторы Айнур Әхмәтшин, ул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса онлайн-курс үткән.

- Бөгөн район үҙәгендә ун биш һәм ауыл Советтары буйынса 66 кешенән торған волонтерҙар төркөмө булдырылды. Ике көн эсендә генә Раевка һәм Шафран ауылдарынан ун мөрәжәғәт ҡабул иттек. Ике заявка Өфө колл-үҙәге аша килде. Оло йәштәге кешеләргә тейешле ярҙам күрһәтелде. Әлбиттә, әгәр онлайн-күсереү менән түләү мөмкинлеге булмаһа, аҡса алғанда йәки аҙыҡ-түлек тапшырғанда, уларға ла, беҙгә лә һаҡлыҡ сараларын күҙәтергә – битлектәр һәм бирсәткәләр кейергә кәрәк, - ти Айнур Тимерғәли улы.

- Үҙ сиратымда граждандарҙың мөрәжәғәттәрен эшкәртеүсе, районда йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап бируүсе ирекмәндәргә һәм, әлбиттә, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар таратыусы иптәштәребеҙгә рәхмәт белдергем килә. Был хәл кешеләрҙең башҡаларға ярҙам итергә әҙер булыуын күрһәтте. Мәҫәлән, “Деметра” сауҙа компанияһы директоры (Руслан Салауат улы Дәүләтшин) ике мохтаж ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙҙы, - тип әңгәмәгә ҡушыла ирекмәндәр хәрәкәте штабы етәксеһе Динар Әхмәҙрисламов.

Өйҙәренә үҙҙәрен ирекмәндәр тип таныштырған алдаҡсылар килмәҫме, тип хәүефләнгән граждандарҙан заявкалар килеү дауам итә. Йәш гвардияның ирекле активистары волонтерҙарҙың бейджиктарына иғтибар итеүҙе һорай, унда кураторҙың фамилияһы һәм телефон номеры күрһәтелгән, кәрәк саҡта уның менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңғыҙ йәшәүсе оло йәштәге граждандарға, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, инвалидтарға, тыл эшсәндәренә үҙҙәренең заявкаларын ҡалдырыу өсөн тел. 8-917-437-9315, 8-927-638-9850, 8 (34754) 3-07-77, 8 (34754) 3-04-23.

Читайте нас: