Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
25 Март 2020, 11:45

Президент табиптарға рәхмәт белдерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус шиге менән ятҡандарҙың Коммунаркалағы дауахананы барып ҡараған.

Кремлдән белдереүҙәренсә, бер ниндәй өҫтәмә әҙерлек алып барылмаған. Коммунаркалағы дауахана – коронавирус шиге менән һалынғандарҙың иң ҙур дауалау урындарының береһе. Әгәр ҙә сирләүселәр һаны тағы ла нығыраҡ күбәйеп китһә, бындағы койкаларҙы реанимация үҙәгенә әйләндерергә була. Был турала ил етәксеһе больницаның баш табибы Денис Роценко менән аралашҡандан һуң белде. Баш табип үҙе етәкләгән медицина үҙәген йыһан менән тиңләне.

Дауаханала Владимир Путин медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдереп, бындағы табиптар булған аппараттарҙы оҫта файҙаланыуын, сирҙе дауалай белеүҙәрен дә белдерҙе.

Читайте нас: