Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
21 Февраль 2020, 12:30

Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнө

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө.

Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февралде Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалыу сигендә.
Белгестәр әйтеүенсә, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуы ихтимал. Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй, рустар - 110 миллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион 300 мең, украиндар 2 миллиондан аҙыраҡ, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар - 1 миллион 400-әр мең тирәһе.
Фото: Яндекс
Читайте нас: