Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
16 Февраль 2020, 00:55

“Афғанстан һыҙлай күңелдә”

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы китапханаһында 4-8-се класс уҡыусылары өсөн “Афғанстан һыҙлай күңелдә” тип аталған хәтер сәғәте үтте.

Эйе, афған һуғышы – ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра. Инде бына 31 йыл дауамында ошо яра, әсе хәтирәләр менән йөрөүсе яугир-интернационалистарға беҙ был көндө ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, ә хәрби бәрелештә һәләк булғандарҙы иҫкә алырға бурыслыбыҙ.
- Сараға беҙ ауылыбыҙҙың имам-хатибы, Афғанстанда хеҙмәт иткән Марат Әбдрәхимовты саҡырҙыҡ. Утлы Афған юлдарын үткән яугирҙең хәтирәләрен йотлоғоп тыңланы уҡыусылар, һорауҙар ҙа бирҙеләр, - ти ауыл китапханаһы мөдире Рәмзиә Иманғолова. – Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә. С. Йосопов Марат Мөхәмәтғәли улына изге теләктәрен еткерҙе, ә балаларға тырышып уҡыуҙарын, илебеҙҙең лайыҡлы һаҡсылары булып үҫеүҙәрен теләне.
Читайте нас: