Ошо көндәрҙә дарыуханала битлек һатып алған гәзит уҡыусыбыҙ уларҙың хаҡтары тураһында мәғлүмәт менән бүлеште. Ысынлап та, Ҡытайҙағы коронавирус эпидемияһы тураһында хәүефле хәбәрҙәргә бәйле, Рәсәй дарыуханаларында медицина битлектәренә хаҡтар кинәт арта башланы. Ә беҙҙең дарыуханаларҙа һаҡлау саралары бармы, был турала хәбәрсебеҙ Айгөл Мөхәмәтдинова белеште.
Раевка үҙәк район дауаханаһында кеше күп ине. Шуға ҡарамаҫтан, битлек кейгән пациенттар бик күренмәй. Күптәр бының файҙаһы юҡ тип иҫәпләп, уны кеймәй. Ә бына һәр көндө ауырыуҙар менән аралашҡан “Башфармация” филиалының 23-сө дарыуханаһы фармацевы Татьяна Сенюкова инфекциянан, башлыса, битлек кейеп кенә һаҡлана.
- Һаҡланыу саралары, шул иҫәптән медицина битлектәре, дарыуханаға етәрлек күләмдә ҡайтартылды. Улар өс ҡатлы, төргәгендә өсәр дана. Мин тап шундай битлектәрҙе һатып алырға кәңәш итер инем.
Ҡырҡ йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле фармацевтың кәңәштәрен тыңлағандан һуң, битлектәрҙе төргәге менән һатып алам, сөнки кеше күп йыйылған ҙур сараларҙа йыш булырға тура килә бит.
Дауахананан алыҫ түгел икенсе дарыухана урынлашҡан. “Фармленд”та битлектәр етәрлек күләмдә һәм төргәгендә бишәр дана, тимәк хаҡы ла ҡиммәтерәк. “Имплозия” дарыуханаһында өсәр дана һалынған өс ҡатлы битлектәрҙең хаҡы юғарыла әйтелгән дарыуханаларға ҡарағанда күпкә осһоҙ булып сыҡты. Әммә улар һатыуҙа күп ҡалмаған.
Фармацевтар билдәләүенсә, яңы ҡайтартылған битлектәрҙең хаҡы һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Аныҡ ҡына хаҡы юҡ.
Ғөмүмән, дарыуханаларҙа битлектәрҙең хаҡы - 12 һумдан 75 һумға тиклем. Сөнки төрлө етештереүсе һәм битлектәр һаны ла төрлө.
Ниндәй һығымта яһарға мөмкин һуң? Һаҡланыу сараларына һәм вирусҡа ҡаршы препараттарға беҙҙә артыҡ ихтыяж юҡ. Республикала коронавирус осраҡтары теркәлмәгән, грипп буйынса ла районда карантинға ябылған учреждениелар юҡ.
Фармацевт Татьяна Сенюкова: “Инфекциянан битлектәр, оксолин майы һәм, әлбиттә, сәләмәт йәшәү рәүеше һаҡлаясаҡ”.
Росздравнадзорҙың граждандарҙың мөрәжәғәттәрен тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеү өсөн “ҡыҙыу линия” телефоны
Росздравнадзор дарыуханаларҙа битлектәр һәм вирусҡа ҡаршы препараттар булыу-булмау мәсьәләләре буйынса бөтә Рәсәй “ҡыҙыу линия” асты. 8-800-550-99-03 телефоны аша бушлай шылтыратырға мөмкин.