Донъя буйлап коронавирус таралғанда, әйткәндәй, Рәсәйҙә был сир менән ауырыуҙың ике осрағы – Байкал аръяғы һәм Тюмень өлкәһендә (икеһе лә – Ҡытай граждандары) теркәлгән, республикабыҙға миҙгел афәте килде - Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы грипп эпидемияһы һәм киҫкен респираторлы вируслы инфекция башланыуы тураһында хәбәр итте.
Республика халҡы араһында киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән ауырыу эпидемия сигенән 35,6 процентҡа юғары, үткән аҙна менән сағыштырғанда 31,3 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә медицина хеҙмәткәрҙәре. Ауырыусылар һаны күп булғанлыҡтан, күпселек урындарҙа мәктәптәр карантинға ябыла. Беҙҙең районда хәлдәр нисек тора һуң?
- Йыл башынан 370 кеше ОРВИ менән сирләне, уларҙың күбеһе балалар, - ти Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Регина Йыһангирова. – Һуңғы аҙнала, 24 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем, 118 кеше инфекция эләктергән, уҙған аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар һаны 22 процентҡа артҡан.
Мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ла ғәҙәти режимда эшләй.
Эпидемия миҙгеле башланыуға бәйле, Регина Владимировна шәхси профилактика саралары тураһында иҫкәртә:
кеше күп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында булыу ваҡытын ҡыҫҡартығыҙ,
кеше күп булған урындарҙа битлек кейегеҙ,
ауырыған кешеләр менән бик аралашырға тырышмағыҙ,
даими рәүештә ҡулдарҙы һабын менән йыуығыҙ, танау эсен йыуҙыртырға, бүлмәне елләтергә, биналарҙа һауаны дымландырырға, иҙәнде йыш йыуырға кәрәк,
С витамины булған еләк-емеш (мүк еләге, лимон һ.б.), һарымһаҡ һәм һуған ҡушылған ризыҡтарҙы күберәк ашағыҙ,
табип кәңәше буйынса иммунитетты күтәреүсе препараттар ҡулланығыҙ,
ғаиләлә йәки эшләгән коллективта грипп менән ауырыусылар булһа, табип менән кәңәшләшеп, иҫкәртеү маҡсатында вирусҡа ҡаршы препараттар эсә башлағыҙ.