Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
10 Ғинуар 2020, 13:20

Эш хаҡы һәм пенсия арта

Йыл дауамында 1964 йылдың икенсе яртыһында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар (55,5 йәш) һәм 1959 йылдың икенсе яртыһында тыуған ир-егеттәр (60,5 йәш) хаҡлы ялға сыға аласаҡ.

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артты. Башҡортостанда ул Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 13949,5 һум тәшкил итә. Был әлеге ваҡыттағынан бер мең һум тирәһенә күберәк. Хеҙмәт кодексына ярашлы, әгәр кеше ай дауамында тулыһынса эшләп, үҙ бурыстарын теүәл үтәһә, эш биреүсе минималь хеҙмәт хаҡынан кәмерәк түләргә тейеш түгел. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең дә хеҙмәт хаҡы артасаҡ. Әлеге маҡсатта республика өҫтәмә рәүештә 1,6 миллиард һум бүләсәк.

Эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 6,6 процентҡа арта. Күпмегә өҫтәлеүен белеү өсөн әлеге ваҡыттағы сумманы 1,066-ға ҡабатлағыҙ. Тик был артыу пенсия түләүенә генә ҡағыла, йәғни айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, йәшәү минимумына тиклемге социаль өҫтәмәләр иҫәпкә алынмай. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта һеҙ 10 мең һум алһағыҙ, 2020 йылда 10660 һум (10000х1,066=10660) аласаҡһығыҙ.

Февраль айында айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, социаль һәм дәүләт пенсиялары индексацияланасаҡ. Күпмегә икәнлеге әлегә билдәһеҙ. Эшләп йөрөгән пенсионерҙар өсөн 2020 йылдың ғинуарында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй. Уларҙың пенсияһы рәсми рәүештә эштән киткәндән һуң ғына ҡайтанан ҡарала. Йыл дауамында 1964 йылдың икенсе яртыһында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар (55,5 йәш) һәм 1959 йылдың икенсе яртыһында тыуған ир-егеттәр (60,5 йәш) хаҡлы ялға сыға аласаҡ.

2020 йылда пенсия йәшен өлөшләтә арттырыу дауам итәсәк.

Фото: Яндекс

Читайте нас: