Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
4 Декабрь 2019, 12:20

"Үҙ көсөгөҙгә ышанысты юғалтмағыҙ!"

“Принцесса һәм принцтар балы”н кемдең ҡайҙа күргәне бар икән?!

Байрамса кейенгән ҡыҙ һәм малайҙар Әлшәй районының мәҙәниәт йортон йәмгә күмеп, төрлө сараларҙа ҡатнашты, унда үҙенсәлекле балалар байрамы үтте. Ижади конкурстар, күбек-шоу, шашка турнирҙары, робот техникаһы, һүрәт төшөрөү, сәсте модалы үреү, келәм һуғыу, маникюр яһау... Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың шөғөлдәрен һанап та, күреп тә бөтөрлөк түгел ине. Күләгәләр театры, оркестр, “Әбейҙәр һандығы” үҙе бер мөғжизә булды, сараға йыйылыусылар аквагрим һәм канзаши кеүек балалар араһында популяр биҙәнеү йүнәлештәрен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Әлшәйҙәр кескәйҙәрҙең байрамын иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторҙо, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт. Байрамда республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты, ул балға йыйылған бөтә балаларҙы байрам менән ҡотланы, уларҙың үҙҙәренә ышанысты юғалтмауҙарын, көслө булыуҙарын теләне.
Читайте нас: