Йыл һайын бер нисә тиҫтә ҡаҙ үҫтергән тырыш һәм булдыҡлы хужалар - Гөлнәзирә һәм Рәшит Ғәлимуллиндар йортона иртән-иртүк өмәгә уңған апай-еңгәләр, килендәр йыйылды. Улар эшкә генә түгел, йыр-бейеүгә лә маһир. Өмәгә бөтә ауыл байрамдарында ҡатнашыусы оҫта гармунсы Фәрүәз Әхмәтовты ла саҡырҙылар.
Был көндәрҙә ҡаҙ өмәләре һәр ауылда тиерлек бара. Ҡыпсаҡ-асҡарҙар кеүек, Үрәҙмәт ауылы старостаһы, активистка, райондың почетлы гражданины, тынғыһыҙ ханым Клара Туҡаева ла үҙ йортонда сағыу һәм матур итеп ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Эйе, беҙҙә тырыш халыҡ йәшәй. Ҡышҡылыҡҡа ит тә туплай, артыҡ продукцияһын һатыуға сығарып, ҡалала йәшәүселәр тураһында ла онотмай, күңелле байрамдар ҙа ойоштора.