Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
18 Октябрь 2019, 16:33

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Тапшырыуҙарҙы элекке аналог алымында күрһәтеүҙе туҡтатып, һанлы телевидениеға күсеү менән бик күп пенсионерҙар “ҡыҙыу линия”ға ҡорамалдарҙы көйләүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә.

Район үҙәгендә заявкалар буйынса йорттарға ирекмән Айнур Әхмәтшин бара.

- Ирекмән булып эшләй башлағас, ауылыбыҙҙы яҡшыраҡ белдем. Хәҙер теләһә ниндәй урамдың, тыҡрыҡтың ҡайҙа икәнлеген әйтә алам, - тип йылмая, йәш белгес. – Әммә бер проблема бар, бөтә ерҙә лә йорттарҙың номеры юҡ, эшебеҙҙең бөтә ҡатмарлығы ла шунда.

Тәүге заявка Еңеү урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәүсе пенсионер Зәлифә Мостафинанан килде. Уларҙа 20 каналдың уныһы ғына эшләй икән. Ә телевизоры яңы, күптән түгел генә балалары 60 йәшенә бүләк иткән. Сәбәбе нимәлә икәнлеген ирекмән асыҡланы. Бында сигнал аҙ килә, шуға бәйле волонтер антеннаның урынын алмаштырырға һәм яңы кабель алырға кәңәш итте.

Икенсе заявка мәғариф ветераны Тәлиғә Дибаеванан килде. Тәүҙә 20 канал күрһәткән, артабан уныһы ғына ҡалған, ә һуңғы арала бөтөнләй күрһәтмәй башлаған. Айнур Әхмәтшин телевизорҙы нисек көйләргә күрһәтеп, антеннаны икенсе урынға күсерергә ҡушты.

Көнөнә волонтерға бер нисә заявка килә. Йыһаздарҙы көйләргә һәм халыҡҡа консультация бирергә кәрәк. Әгәр һеҙ телевизорығыҙҙы үҙегеҙ көйләй алмаһағыҙ, ирекмәндәр ярҙамға килер. Бының өсөн 8-800-347-0055 (шылтыратыу бушлай) телефоны буйынса төбәк “ҡыҙыу линия”ға шылтыратырға кәрәк һәм һеҙгә волонтер киләсәк.

Автор фотоһы.

Читайте нас: