Халыҡтың күбеһе, шул иҫәптән әлшәйҙәр ҙә, һанлы телевидениеға күсте, кәрәкле антенна, кабель, приставка һатып алды һәм уны үҙ аллы тоташтырҙы.
Антенна ҡуйып, кабелде һәм приставканы телевизорға тоташтырыусыларға волонтерҙар ярҙам итәсәк. Федераль ҡыҙыу линияның тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 8-800-220-2002 бушлай номерына шылтыратып, тоташтырыуға заявка ҡалдырһағыҙ, улар һеҙгә киләсәк. Аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн компенсация һәм өйҙә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса 8-800-347-0055 телефонына шылтыратығыҙ. Шулай уҡ килеп тыуған һорауҙар менән туранан-тура һанлы телевидениены көйләү буйынса волонтеры Айнур Тимерғәли улы Әхмәтшин (тел. 8-917-456-8622) менән бәйләнешкә инә йәки 3-07-77 телефоны буйынса район хакимиәтенең йәштәр эштәре комитетына шылтырата алаһығыҙ, тип хәбәр итте Әлшәй районы буйынса ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Гүзәл Ибраһимова.