Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
4 Октябрь 2019, 17:21

Рәхмәт Апа!

Барлыҡ һорауыма таптым яуап Ҡанат ҡуйып илһам өҫтәнҽ, Шиңҽп барған түтәл гөлдәрҽмә Шифалы һыу бөркөп һутланы.

Бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Иҫкҽ Аҡҡолай мәктәбҽ

уҡытыусыһы Әлфиә Миңнулла ҡыҙы Солтановаға арнайым

Булмышымды ҡай саҡ кҽшҽ түгҽл,
Аңламай ҙа ҡалам үҙҽм дә.
Күңҽл даръям тынып һил булғайны,
Асылғайны көмбәҙ күгҽмдә.
Баш булалмай йөрәк ауазына
Сығып киттҽм "сәфәр" яңғыҙым,
Тымыҡ йылғам хушһындырмай буғай,
Күңҽл эҙләй шаулы диңгҽҙҽм.
Оло юл күрҽнмәй,ҽптәй нәҙҽк
Һуҡмаҡ ҡына күҙгә ташлана,
Ғүмҽр башы оло юлдан түгҽл
Тар һуҡмаҡтар аша башлана.
Шикләндҽрә, минҽң йәштә хәҙҽр
Һуң түгҽлмҽ "сәфәр" йөрөргә?
Асырҙармы ишҽк шаҡығанда,
Һыуһағанда һыуһын бирҽргә?
Оло юлға сығарырмы һуҡмаҡ?
Аҙашмаммы ҡола яланда?
Оҡшап ҡалмам микән ҡара көйгән,
Йәшҽн атып ауған ағасҡа?
Билдәһҽҙлҽк йөрәгҽмдҽ һыҙа,
Күҙҽм мҽнән тҽрәк эҙләйҽм.
Баш мҽйҽмә тулған күгәүҽндән
Ҡотолорға сара бҽлмәйҽм
Күҙҽм мөлдөрәтҽп, ярҙам эҙләп
Асып индҽм мәктәп ишҽгҽн -
Өндәр аша оло юлға илткән
Бик күптәнгҽ тәүгҽ бишҽгҽм.
Ҡаршы алды уҡытыусы апай,
Йөҙө балҡып түргә әйҙәнҽ.
Ваҡыт тарға һылтап баш тартманы,
Күтәрмәнән кирҽ борманы
Тынғы бирмәй зиһҽнҽмдҽ тҽлгән
Уйҙарымды түктҽм алдына.
Кәңәш, тәҡдим, төҙәтмәләр тҽйәп,
Бҽр һауытты ҡуйҙы алдыма.
Барлыҡ һорауыма таптым яуап
Ҡанат ҡуйып илһам өҫтәнҽ,
Шиңҽп барған түтәл гөлдәрҽмә
Шифалы һыу бөркөп һутланы.
Рәхмәт, АПА! Булдың яҡты маяҡ
Булдың таяҡ - баҫһам күпҽргә
Үҙ баҫмамдан атлап маташһам да,
Күҙ һаламын һинҽң күпҽргә.
Баҙап ҡалғандарға юл сатында
Төнгө сыраҡ - мәктәп усағы,
Тынмаһасы бала тауыштары,
Йоҙаҡ элҽнмәһҽн ишҽгҽ!
Гөлирә ЛАТИПОВА.
Читайте нас: