-4 °С
Болотло
Иҫке Аҡҡолай ауылында йәшәүсе Булат Фәхретдинов һәм Данил Назаров бала саҡтан айырылмаҫ дуҫтар. Уларға 19 йәш, икеһе лә өсөнсө тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. Ныҡлы рухлы Булат тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, бөгөн ул ситтән тороп юғары уҡыу йортонда бухгалтерлыҡ һөнәренә уҡый. Данил Өфөлә автотранспорт колледжында белем ала, дуҫы менән бергә һайлауға барыу өсөн баш ҡаланан ҡайтып та еткән. Ысын дуҫлыҡ бына шулай булаҙыр шул!