Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
8 Сентябрь 2019, 14:05

Тауыш та бирҙеләр, табип менән дә кәңәшләштеләр

Пациенттарына иғтибарлы, алсаҡ йөҙлө Зилә Тәбрис ҡыҙы бында ла үҙ бурыстарын ысын һөнәрмәндәрсә, яуаплы башҡара.

Раевка үҙәк район дауаханаһы фельдшеры Зилә Фәйезова һайлау көнөндә ғәҙәттә Аксен агросәнәғәт колледжының Раевка бүлексәһендә урынлашҡан һайлау участкаһында ауырыуҙарҙы ҡабул итә.

Пациенттарына иғтибарлы, алсаҡ йөҙлө Зилә Тәбрис ҡыҙы бында ла үҙ бурыстарын ысын һөнәрмәндәрсә, яуаплы башҡара. Тауыш бирергә килеүселәрҙең хәлен һораша, ҡан баҫымын үлсәй, файҙалы кәңәштәр бирә, табип ярҙамына мохтаждарға поликлиникаға ҡабул итеүгә килергә ҡуша.