Республика халҡы Башҡортостан Башлығын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайланы.
Бөтәһе 3434 участка, шул иҫәптән граждандар ваҡытлыса барған урындарҙа 37 участка эшләне. Киске сәғәт 8-гә халыҡтың 65,4 проценты 1 миллион 992 мең 654 кеше тауыш бирҙе.
Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре 9 сентябрҙә иртән билдәле була.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса.