842-се Аҡҡолай һайлау участкаһында Бәләкәй һәм Иҫке Аҡҡолай ауылдарынан бөтәһе 281 кеше тауыш бирә. Әйтергә кәрәк, һәр йылдағыса, аҡҡолайҙар был һайлауҙа ла бик әүҙемдәр, төшкө икегә бында һайлаусыларҙың 34 проценты үҙ гражданлыҡ хоҡуғынан файҙаланғайны инде.
Тауыш бирергә килеүселәрҙе традиция буйынса “Төйлән” фольклор ансамбленә йөрөүсе апайҙар, ҡыҙҙар, еңгә-килендәр үҙҙәренең матур сығыштары менән һөйөндөрә. Миләүшә Яхина, Зилә Гәрәева, Әлфиә һәм Рәйсә Солтановалар, Альфира Әхмәтова, Земфира Сираева һәм күп йылдар ошо һайлау участкаһы рәйесе булған Ләйлә Яҡшымбәтова менән комиссия секретары Нурания Назарова йыр-моңға ла һәләтле, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашалар.