Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
2 Сентябрь 2019, 13:31

Белем көнө менән!

Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар һәм ата-әсәләр!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Белем көнө менән ҡотлайым!


Был көндө райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары 4588 уҡыусыға йәнә ишектәрен асасаҡ, шул иҫәптән парта артына 351 беренсе синыф уҡыусыһы ултырасаҡ. 462 уҡытыусы өсөн дә яңы уҡыу йылы башланасаҡ.

Бөтә уҡыусыларға – тик яҡшы билдәләргә генә уҡыуҙарын, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүҙә ныҡышмалылыҡ, педагогтарға – ижади һәм илһамлы эшләүҙәрен, ата-әсәләргә түҙемлек теләйем.

Яңы уҡыу йылында һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар юлдаш булһын!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.


Читайте нас: