Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
8 Июль 2019, 12:56

Мауыҡтырғыс конкурстар һәм экскурсиялар

Һәр ата-әсә балаһының каникулды файҙалы үткәреүен теләй. Был йәһәттән беҙ уңдыҡ – балаларыбыҙ М. Буранғолов исемендәге лицейҙа “Йәйғор” балалар һауыҡтырыу лагерында ял итте һәм һаулығын нығытты.

Тәжрибәле уҡытыусыларҙың тырышлығы менән лагерҙа көндәр бик күңелле уҙҙы. Һәр иртә саф һауала күңелле зарядканан башланды, шулай уҡ төрлө спорт саралары ойошторолдо. Бында ЮХХДИ инспекторҙары ла булып китте, улар балаларға юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты, уҡыусылар ҙа төплө белемгә эйә булыуҙарын күрһәтте.

Лагерҙа ике тапҡыр туҡланыу ойошторолдо. Көн һайын уйын формаһында викториналар, ижади конкурстар, мауыҡтырғыс экскурсиялар уҙғарылды. Мәҫәлән, янғын часына барыу сағыу хәтирәләр ҡалдырҙы. Уҡыусыларға ҡарауыл бинаһы, дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәте менән танышыу, янғын техникаһының бөтә деталдәрен ҡарап сығыу, машиналар эсендә ултырыу бик ҡыҙыҡлы булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусылар эше менән таныштырҙы, был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам хисе уятты. Балалар янғын һүндереү, кешеләрҙе һәм йорт хайуандарын ҡотҡарыу тураһында төрлө хәлдәрҙе бик ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Зарипов икмәкханаһына экскурсия ла хәтерҙә ҡалырлыҡ булды. Балалар ҡамыр ризыҡтарының нисек бешерелеүе тураһында белде, икмәк һалыу процесын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, уны әҙерләү традициялары менән танышты. Ә һуңынан уларҙы тәмле күмәстәр менән һыйланылар.

Лагерь беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә бик күңелле асыш булды. Балаларыбыҙ унда бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителде, ә иң мөһиме - урам буйлап йөрөмәне, ә өлкәндәр күҙәтеүе аҫтында булды. “Беҙ бында икенсе йылға ла киләсәкбеҙ”, - ти улар.

Ата-әсәләр исеменән – Алина МИРСӘЙӘПОВА.

Раевка ауылы.

Читайте нас: