Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
28 Июнь 2019, 10:50

28-29 июндә - V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

Оло ҡорҙа 500-ҙән ашыу делегат, шул иҫәптән АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль һәм тағы 21 ил вәкилдәре ҡатнаша.

Унда мөһим мәсьәләләр тикшерелеп, башҡорт халҡы үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнәсәк.

Был мәртәбәле форумға Әлшәй районынан делегат булып район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе З. З. Әхмәтов, хакимиәт башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов, Ҡармыш ауыл биләмәһе башлығы Д. У. Шәкүров, М. Буранғолов исемендәге лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А. И. Ниғмәтуллина бара. Бишенсе съездың эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнаша.

Читайте нас: