Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
27 Июнь 2019, 12:53

Һәләтле һәм инициативалы йәштәр өсөн

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Башҡортостан лидерҙары” кадрҙар проектын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

“Проекттың маҡсаты – таныш-белешлек һәм коррупцияға урын ҡалдырмай, кандидаттарҙы ғәҙел һайлап алыуҙы тәьмин итеү. Беҙгә, ниһайәт, талантлы һәм инициативалы кешеләргә бер ниндәй ҙә формаль булмаған ярҙамһыҙ алға барыу мөмкинлеге биргән процедуралар булдырырға өйрәнергә кәрәк”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә “Башҡортостан лидерҙары” проектының асылы тураһында.
Проект ике өлөштән тора. “Идара итеү командаһы 2020-2025” конкурсы идара итеү тәжрибәһенә эйә 25-45 йәштәрҙәге кешеләргә йүнәлтелә. Был конкурс 17 июндән 5 сентябргә тиклем уҙа, бәйгелә ҡатнашыу өсөн проект сайтында 11 июлгә тиклем теркәлергә кәрәк.
“Башҡортостан лидерҙары”ның икенсе өлөшө – “Башҡортостан Республикаһының йәш лидерҙары” конкурсы, ул юғары потенциалға эйә 18-35 йәшлек йәш кадрҙарҙы табыу маҡсатында үткәрелә һәм 17 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Бөтә мәғлүмәт leaders.bashkortostan.ru cайтында.
Читайте нас: