Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
18 Июнь 2019, 12:56

Һаулыҡ өсөн файҙалы каникулдар

Бына оҙаҡ көтөлгән йәйге каникул да етте. Бала-саға өсөн – был иң күңелле ваҡыт, ә өлкәндәр өсөн – балалар һәм үҫмерҙәрҙең ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороуҙың яуаплы осоро.

Йәйге кампанияның нисек барыуы тураһында ведомство-ара комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. СОЛТАНҒОЛОВ һөйләй.


- Айҙар Тимерхан улы, районыбыҙҙа балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороуға йыл һайын ҙур иғтибар бирелә. Лагерҙарҙың яңы формалары барлыҡҡа килә, уларҙың эшмәкәрлеге камиллаша, бында ял итеүсе балалар һаны арта. Быйыл эштәр нисек тора?

- Быйыл йәй балалар өсөн шифаханаларҙа һәм йыл әйләнәһенә эшләүсе шифахана-һауыҡтырыу лагерҙарында, ҡаланан ситтә урынлашҡан ял һәм балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙарында, мәктәптәрҙә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында көндөҙгө лагерҙарҙа ял итә ала.

Июндең тәүге көндәренән үк Чехов исемендәге шифахана-һауыҡтырыу лагерында һәм “Ҡарлуғас” лагерҙарында тәүге смена башланды, бында 54 бала һаулығын нығытасаҡ. Был йәйҙә беҙҙең райондан бөтәһе 364 бала ял итәсәк, Чехов исемендәге шифахана-һауыҡтырыу лагерында – дүрт, “Ҡарлуғас”та өс смена ойоштороласаҡ. Мәғариф бүлегенең опека һәм попечителлек органы юлламаһы буйынса 38 етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм бала Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Березка” лагерында ял итәсәк, һауыҡтырыу һәм медицина хеҙмәттәре аласаҡ. Халыҡты социаль яҡлау идаралығы юлламаһы буйынса был йәйҙә 28 бала Чехов исемендәге шифаханала ял итәсәк.

- Балаларҙың йәйге ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу системаһын мәктәптәрҙәге көндөҙгө лагерҙар ҙа тулыландыра.

-Эйе, улар райондың бөтә 22 мәктәбендә һәм ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһында - Пионерҙар йортонда һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә асылды. 18 июндән алты профилле лагерь эшләй башлай. М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында һәләтле балалар өсөн тәбиғи-математика һәм милли-мәҙәни йүнәлештәге “Йәйләү” лагеры асыласаҡ. Раевка гимназияһында – спорт, 2-се мәктәптә - патриотик һәм 4-се мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге лагерҙар эшләйәсәк.

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн профилле лагерь (ул 50 балаға иҫәпләнгән) буласаҡ. Балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған 80 бала өсөн йәштәр эштәре комитеты һәр ваҡыттағыса профилле палаткалы “Йәш армеец” лагеры ойоштора.

Шулай уҡ бөгөндән башлап, 18 мәктәптә 289 бала өсөн хеҙмәт һәм ял лагерҙары асыла. Уларҙа ике тапҡыр туҡланыу, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ял ойоштороласаҡ.

- Билдәле булыуынса, шулай уҡ аҙ сығымлы ял формалары буйынса ла саралар планлаштырыла.

- Уҡыусыларҙың спорт туризмыбуйынса район ярыштары, футбол һәм мини-футбол, рус лаптаһы, көс күнекмәләре, урам баскетболы буйынса беренселек, күп көнлөк сәйәхәттәр, экскурсиялар планлаштырыла. Теләге булғандар Пионерҙар йортондағы “Фонтан эргәһендә” балалар уйын майҙансығына бара ала. Район үҙәгендә шулай уҡ 29 ихата майҙансығы ла эшләй.

- Айҙар Тимерхан улы, бөтә төр ял һәм һауыҡтырыу сараларына дүрт меңгә яҡын бала йәлеп ителәсәк, тип әйтһәм, дөрөҫ булырмы? Ял итеүҙе ойошторғанда һәр баланың именлеген тәьмин итеү ҙә етди мәсьәлә бит әле...

- Бөтәһе мәктәп йәшендәге 4588 бала иҫәпләнә. Әлбиттә, ял итеүҙең сифатына һәм уның хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүленә. Тәрбиәселәр, вожатыйҙар, аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәре, медицина персоналы штатын формалаштырыу мәсьәләһенә килгәндә, бында һөнәри оҫталыҡҡа эйә булмаған намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә йәлеп итеү осраҡтарына юл ҡуйылмаясаҡ. Йәйге һауыҡтырыу учреждениеларына килтерелгән аҙыҡ-түлектең сифатына ла етди иғтибар бирелә. Балаларҙың ял итеү урындарында йәмәғәт тәртибен һаҡлауға һәм юлда уларҙың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы эшләнде.

Балаларыбыҙ быйылғы йәйҙе лә файҙалы үткәрер һәм яңы көс туплап, мәктәп парталары артына ултырыр, тип ышанам.

Фәнүзә Суфиянова яҙып алды.


Читайте нас: