+19 °С
Ясна
Был көндәрҙә закон буйынса республикала магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был 2017 йылдан ғәмәлдә. Ә быйыл Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Йәштәр көнө (27 июнь), Белем көнө (1 сентябрь) һәм һабантуйҙар үткәргән көндәрҙә хәмер һатыуҙы тыйыу тураһында закон проекты әҙерләне. Был мәсьәлә буйынса парламент тыңлауҙары май аҙағына билдәләнгән.