Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
17 Май 2019, 13:29

Подъездың төҫөн унда йәшәүселәр һайлаясаҡ

Билдәле булыуынса, республикала БашҡортостанБашлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быйыл күпфатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау программаһы эшләй башланы.

Беҙҙең районда уға Раевка ауылының Тыныслыҡ урамы, 1, 3 , Киров урамы, 8, 10, Дуҫлыҡ урамы, 19 а, 32а, 36а, 40а, Космонавтар урамы, 73, 73а адрестары буйынса урынлашҡан ике ҡатлы ун йорт индерелде. Был маҡсатҡа республика һәм урындағы бюджеттарҙан 3 млн 107 мең һум аҡса бүленде.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән йыйылыштар үткәрелде. Район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе, “БР төбәк операторы” йәмғиәте, подряд ойшмаһы – “Башстройресурс” йәмғиәте вәкилдәре маҡсатлы программа тураһында ентекле аңлатма бирҙе.
Һәр подъезды ремонтлауға күп фатирлы йорттоң нисә ҡатлы булыуына ҡарап лимит һалынды. Ике ҡатлы йорттарға – 129,5 мең һум аҡса бүленде. Был аҡсаға йорттарҙа тамбур ишектәре, тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, ишек өҫтөндәге козыректар ремонтланасаҡ. Беренсе ҡаттағы иҙәнгә керамик плита түшәләсәк, әгәр ул ағас булһа – буяласаҡ. Подъездың үҙендә шулай уҡ стеналар, ҡултыҡсалар, люктар буяласаҡ. Ниндәй төҫкә буяуҙы йәшәүселәр үҙҙәре хәл итәсәк. Подрядсылар ремонт эштәренә тотонғанға тиклем идарасы компаниялар күп фатирлы йорттарҙа әҙерлек эштәре үткәрергә: кәрәк булһа, биналарҙың подвалдары һәм сарлаҡтарын ремонтларға, радиаторҙарҙы алмаштырырға, йорт түбәһендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тейеш.
Алда ҙур эштәр көтә. Быйылғы исемлеккә ингән бөтә подъездар этаплап ремонтланасаҡ. Майҙа Тыныслыҡ урамы, 1, 3, Дуҫлыҡ урамы, 36а, 40а, 32а адрестары буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙы ремонтлай башлаясаҡьар.
Читайте нас: