9 Май байрамында сал сәсле ветерандарҙы йылдан-йыл һирәк күрәбеҙ, был тантана беҙҙең өсөн милли ғорурлыҡ һәм хәрби дан символы, иң яҡты, бөйөк һәм изге көн булып мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ.
Быйылғы Еңеү байрамында ла бөтә ветерандарға, һуғыш осоро балаларына, тыл эшсәндәренә хөрмәт күрһәтеп, “Тыуған ил-Әсә” монументы эргәһенә бик күп халыҡ йыйылды. Тантана район етәкселәре, почетлы ҡунаҡтарҙың Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуынан башланып китте. Яугирҙәрҙең бүләләре ғорурлыҡ менән Еңеү байрағын күтәреп, почетлы ҡарауылға баҫа.
Халыҡ тын ҡалды. Метроном тауышы аҫтында Еңеү хаҡына ғүмерҙәрен биргән миллионлаған ватандаштарыбыҙ, шул иҫәптән алты меңгә яҡын әлшәйҙәрҙе бер минут тын тороп иҫкә алабыҙ. Бына салют тауышы яңғырай һәм һауаға төҫлө шарҙар осорола, артабан байрам парады башлана.
Бөйөк Ватан һуғышы символдарының береһе - легендар “Виллис” автомобилендә хеҙмәт ветераны, райондың почетлы гражданины Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы Кираев, атаһы - сержант Петр Степанович Чибизовтың фотоһүрәтен тотҡан офицер, запастағы подполковник Владимир Петрович Чибизов почетлы урын алған.
Яугирҙәрҙең вариҫтары “Үлемһеҙ полк” сафына баҫты. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атайҙары, олатайҙары һәм ҡарт олатайҙарының портреттарын тотоп, дөйөм Рәсәй гражданлыҡ-патриотик акцияһына ҡушылды.
Тигеҙ сафтарҙа барабансы ҡыҙҙар атлап уҙа. Буласаҡ Ватан һаҡсылары колоннаһы үтә, улар артынан дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары отрядтары, район үҙәгенең балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре килә. Район етәкселәре, сик буйы хеҙмәте ветерандары, яугир-интернационалистар, танкист-гвардиясылар үтә...
Совет майҙанында тантаналы митинг башлана. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов аса: “Беҙ бөгөн ғүмерҙәрен дә аямай тыуған еребеҙгә тыныслыҡ килтергәндәрҙе иҫкә алырға йыйылдыҡ. Ҡурҡыу белмәҫ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә Мәңгелек ут яна, геройҙарҙың исемдәре йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡлана...”.
“1945 йылдың еңеү яҙынан һуң 74 йыл үтеп китһә лә беҙҙең өсөн бынан да изгерәк һәм тантаналы байрам юҡ. Тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән халыҡтың үлемһеҙ батырлығы тураһында иҫтәлек һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара, әммә һәр юғалтыу һуғыш утын үткәндәргә ҡарата ихтирамыбыҙҙы тағы ла арттыра. Бөгөн районыбыҙҙа ете Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир, 263 тыл эшсәне йәшәй, – тине район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин, ветерандарға, тыл эшсәндәренә, тол ҡатындарға, һуғыш осоро балаларына хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары өсөн рәхмәт белдереп.
Митингта ҡатнашыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Т. Р. Ғилмийәров, “Россельхозцентр”ҙың республика буйынса филиалы етәксеһе, БР ауыл хужалығы атҡаҙанған эшмәкәре Р. С. Кираев, Әлшәй һәм Дәүләкән райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссары В. П. Яблонский, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Сик буйы ғәскәрҙәрең отставкалағы полковнигы, Афғанстандағы һуғыш хәрәкәттәре ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры П. И. Забатурин, запастағы кесе сержант А. С. Лоҡманов та ихлас ҡотланы. Йәштәр исеменән Раевка 4-се урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Л. Зыяҡаев сығыш яһаны.
Байрам концерт программаһы менән дауам итте, унда район мәҙәниәт бүгененең әйҙәүсе коллективтары, шул иҫәптән балалар сәнғәт мәктәбе, 2-се, 4-се мәктәптәре, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, гимназияның вокаль-инструменталь ансамблдәре, Аксен ауылының бейеү коллективы һәм башҡалар ҡатнашты. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Шәймарҙанов яҡташтарына моңло йырҙарын бүләк итте.
“Ыласын” спорт һарайының Шакирйән Хөсәйенов етәкселегендәге йәш каратистары сығышын, хеҙмәт ветераны Нина Петровна Семененконың илһамланып шиғыр һөйләүен байрамда ҡатнашыусылар көслө алҡыштарға күмде.
Күңелдәрҙе тулҡынландырып, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар йырҙары яңғыраны. Эйе, үткәндәр онотолмай. Үҙ ғүмерҙәрен аямай, Еңеү яулаған яугирҙәрҙең исемдәре йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана...