Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
7 Май 2019, 11:52

Йәшел Башҡортостан, йәшел Әлшәй өсөн

Район халҡы ағас ултыртыу буйынса республика акцияһында әүҙем ҡатнашты

Йөҙҙәрсә әлшәйҙәр - өлкәндәр ҙә, балалар ҙа “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” девизы менән үткән йәшел хәрәкәткә ҡушылды. Бер көндә район территорияһында 17514 төп шыршы, ҡарағай, йүкә, миләш, ҡайын, тал һәм алмағас үҫентеләре ултыртылды. Акцияла алты йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ике сәғәт эсендә 7,5 гектар ер йәшелләндерелде.

Ағас үҫентеләре Түбән Әүрез ауылы эргәһендә күпләп ултыртылды. Урман зонаһының өс гектарында 218 кеше, уларҙың күбеһе муниципаль хеҙмәткәрҙәр ине, 12 меңгә яҡын ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Район мәҙәниәт һарайы артистары сарала ҡатнашыусыларҙы йыр-моңдары менән дәртләндереп торҙо.

Өмәгә әлшәйҙәргә ярҙам итеү өсөн ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов та килде. Иртәнән алып акция тамамланғанға тиклем ул район халҡы менән бергә ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

- Өмә юғары кимәлдә ойошторолдо. Көндөң йылы, ҡояшлы булыуы кәйефте күтәрә. Ултыртылған ағастарҙың гөрләп үҫеп китеүҙәрен генә теләргә ҡала, - тине Рәмил Рәмзил улы.

Түбән Әүрез халҡы һәм башҡа ауылдарҙан даими гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа йәшел хәрәкәттән ситтә ҡалманы. Гәзиттән акция уҙғарылыуы тураһында уҡып, ағас ултыртырға Балғажынан 11 йәшлек улы Тимур менән Дамир Тимерхан улы Хажиев, Раевканан бөтә ғаиләһе менән Альмира Хөсәйенова, алты йәшлек ейәнсәрҙәре Камилла менән Әлиә һәм Салауат Ғәйзуллиндар килде. Йәштәр менән бергә ағас ултыртыуҙа ветерандар ҙа ҡатнашты, Түбән Әүрез ауылынан 84 йәшлек Минислам Шәрәпов та изге эштән ситтә ҡалманы. Оҙаҡ йылдар урман хужалығында хеҙмәт һалған Минислам Миңлеғәли улы ауыл эргәһендә уҙғарылған сарала ҙур теләк менән ҡатнашты. Ағас ултыртырға улы Флүр һәм 8 йәшлек ейәне Алмаз да килгәйне. Акция тамамланғандан һуң район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин изге эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына райондың бөтә ауыл биләмәләре халҡы ла ҡушылды. Урман зоналарында, парктарҙа, автомобиль юлдары эргәһендә, мәктәп территорияларында, урамдарҙа, зыяраттарҙа ағас үҫентеләре ултыртылды.