Алда беҙҙе май байрамдары көтә, күптәр был көндәрҙә тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Әммә кемдеңдер яуапһыҙлығы ҙур бәләгә килтереүе тураһында ла онотмағыҙ. Шуға ла урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Урманда янғын сығыуҙы күрһәгеҙ, 8 (34754) 3-01-96 (Әлшәй урмансылығы), 8 (347) 218-14-14, 8 (347) 251-00-31 (республика Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы тәүлек әйләнәһенә эшләүсе пункт), 8-961-362-1903 (“Шафран” II типтағы янғын-химия станцияһы) телефондары буйынса шылтыратығыҙ.
Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең Бәләбәй район-ара территориаль бүлеге Әлшәй урмансылығы буйынса баш белгес-эксперты.