Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
29 Апрель 2019, 14:45

Талпан ҡаҙалһа...

Быйыл талпандар ярайһы уҡ иртә әүҙемләште. Районда ла был хәүефле бөжәктәрҙең кешеләргә ҡаҙалыу осраҡтары булды.

Районда ла был хәүефле бөжәктәрҙең кешеләргә ҡаҙалыу осраҡтары булды. Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемилогия үҙәгенең Бәләбәй район-ара филиалы табип-эпидемиологы ярҙамсыһы Гөлфиә Рәйес ҡыҙы ҒИЗЗӘТОВА нисек талпандарҙан һаҡлау һәм күңелһеҙ эҙемтәләргә юл ҡуймау тураһында аңлата.

- Медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәр һаны йылдан-йыл арта. Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалыуға бәйле 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, былтыр ошо осорҙа иһә – 82 кеше.

Беҙҙең районда ла шул уҡ хәл. Бөгөн медицина ярҙамы һорап 27 кеше мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән һигеҙе бала. Уларҙың күбеһе - район үҙәгенән. Былтыр иһә зыян күреүселәр был ваҡытҡа 11 кеше ине.

Балаларға шунда уҡ иммунофермент анализы һөҙөмтәләрен көтмәйенсә кеше иммуноглобулины индерелә. Өлкәндәргә талпанды лабораторияла тикшереүгә тапшырырға кәрәк. Әгәр ул инфекциялы булһа, прививка эшләнмәгән кешеләргә серопрофиликтика үткәрелә, әммә ул талпан ҡаҙалғандан һуң дүрт көндән дә һуңламай башҡарылырға тейеш.

- Профилактикаға килгәндә прививкаларҙы ниндәй сроктарҙа яһарға кәрәк?

-Талпан энцефалитынан вакцинациялауҙың төп курсы схема буйынса үткәрелә: тәүге прививка – мөрәжәғәт иткәндән һуң, икенсеһе – бер ай үткәс һәм артабанғыһы - бер йылдан һуң. Һәр өс йыл һайын ревакцинация яһала.

Был миҙгелгә вакцинацияны – 130, ревакцинацияны 300 кешегәүткәреү күҙаллана. Киләһе йылда талпан энцефалитына ҡаршы прививка эшләтергә теләгән кешеләр бөгөн үк бушлай профилактика прививкалары планына инеү өсөн үҙ участка терапевтарына мөрәжәғәт итергә тейеш. Теләге булғандар хәҙер үк прививка курсын башлай ала, бының өсөн дарыуханала вакцина һатып алып, участка табибына барырға кәрәк.

Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, ваҡытында һәм дөрөҫ прививка алған кешеләр еңел формала ауырый, сир бер ниндәй ҙә эҙемтәләр ҡалдырмай.

- Был сир тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙға тағы ла бер тапҡыр һөйләп үтеү ҡамасауламаҫ, моғайын.

- Талпан энцефалиты вирусы үҙәк нервы системаһы күҙәнәктәренә зыян һалып баш мейеһенең ялҡынһыныуына килтерә. Сирҙең клиник билдәләре киҫкен башлана, тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, баш һәм мускулдар ауырта, күңел болғана, ҡоҫтора, көҙән йыйыра, кеше һаташа башлай, хәрәкәт итеү боҙола. Бындай билдәләр асыҡланыу менән ашығыс рәүештә дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

-Талпан энцефалитетынан нисек һаҡланырға мөмкин?

-Ҡағиҙә булараҡ, талпанды беҙ яҙын, йәшелсә баҡсаһында эшләргә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә тура килгәндә генә иҫкә төшөрәбеҙ...Хәйер, был хәүефле бөжәктәр беҙгә теләһә ниндәй урында, хатта ауыл ситендә лә ҡаҙалырға мөмкин. Башлыса улар үләндә, ҡыуаҡлыҡтарҙа була.

Үҙ һаулығыңды һаҡлау өсөн ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә кәрәк: урманға барғанда оҙон еңле аҡһыл кейем, мотлаҡ баш кейеме һәм оҙон итектәр кейеү зарур. Һәр ике сәғәт һайын үҙеңде тикшереп тороға кәрәк. Ҡайнатылмаған һыйыр һәм кәзә һөтөн ҡуланғанда ла вирусты йоҡторорға мөмкин. шунлыҡтан был продуктты ҡайнатып ҡына эсергә кәрәк.

-Әгәр талпан ҡаҙалған икән, уны нисек тартып алырға?

- Иң яҡшыһы быны йәшәгән урын буйынса поликлиниканың травматология пунктында табип ярҙамы менән эшләргә кәрәк. Әгәр медицина ярҙамын ваҡытлыса алып булмай икән, бирсәткә кейеп, бөжәктең башын пинцет менән эләктереп һаҡ ҡына тартып алырға кәрәк. Был бөжәктән шулай уҡ талпан ҡаҙалған урынға боҙ киҫәге ҡуйып та ҡотолорға мөмкин. Талпан тешләгән урынды спирт йәки йод менән дезинфекцияларға һәм ҡулдарҙы яҡшылап һабын менән йыуырға кәрәк.

Унан һуң талпанды тығыҙ итеп ябылған банкаға һалырға (уны һыуытҡыста бер тәүлектән артыҡ һаҡларға ярамай) һәм лабораторияға алып килергә кәрәк. Әйткәндәй, тикшереү өсөн бөтөн талпандар ғына алына.

- Бөжәкте ҡайҙа тикшертергә мөмкин?

Талпанды Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең вирусология лабораторияһына (Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7) йәки Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 2а һәм Туймазы ҡалаһы, Лесовод Морозов урамы, 1 адрестары буйынса урынлашҡан ошо үҙәктең филиалдарына алып барырға мөмкин.

Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: