Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
4 Апрель 2019, 13:45

Башҡалар килеп йыйыштырырмы?

Йыл һайын яҙ етеү менән бер үк төрлө күренеште күҙәтәбеҙ: ҡар иреп тә бөтмәй, әле тегендә, әле бында бер-бер артлы “умырзаялар” баш ҡалҡыта.

Урамдарҙа, урман һыҙаттарында, шишмәгә барған юлда, йылға ярҙары буйында туҙып ятҡан сүп өйөмдәре, быяла, пластик шешәләр, көнкүреш ҡалдыҡтары йәмле яҙҙың бар йәмен бөтөрә. Теләһә ҡайҙа сүп ташлап киткән битараф кешеләр, арттарынан башҡалар килеп йыйыштырыр, тип уйлаймы икән?

Ә төптән уйлап ҡараһаң, был шулай килеп сыға ла. Өмәләргә сыҡҡан мәктәп уҡыусылары, эшселәр, төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡты шул сүп-сарҙан таҙарта. Вайымһыҙ әҙәмдәрҙең был ғәмәлдәренән юл хеҙмәткәрҙәре лә интегә. Сөнки сүп өйөмдәре юл буйҙарында, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында ла пәйҙә була.

- Былтыр беҙ 200 кубометр сүп сығарҙыҡ, был - 30 (!) “КамАЗ”-үҙбушатҡыс, - ти Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы етәксеһе Рафаил Нурҡаев. – Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау, асфальт һалыу кеүек эштәрҙе башҡарыу урынына, беҙгә юлдарҙы сүп-сарҙан таҙартыу өсөн өҫтәмә техника һәм эшселәр йәлеп итергә тура килә. Закон юл хеҙмәткәрҙәре яғында булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәртип боҙоусыларҙы тотоу һәм язаға тарттырыу ауыр.

Район халҡына мөрәжәғәт итеп, шуны әйткем килә, тирә-яҡты таҙа һәм тәртиптә тотоу үҙебеҙҙән тора бит. Автомобиль тәҙрәһенән сүп ташлап китмәгеҙ, көнкүреш ҡалдыҡтары һалынған ҡапсыҡтарҙы теләһә ҡайҙа ҡалдырмағыҙ! – ти Рафаил Рәсүл улы.

Районда 6 апрелдән 11 майға тиклем төҙөкләндерү айлығы уҙа. Бөтә әлшәйҙәр ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙы таҙартыу өсөн беренсе өмәгә сығасаҡ. Дөйөм тырышлыҡ менән йорт алдарын, урамдарҙы, юлдарҙы һәм урман һыҙаттарын тәртипкә килтерәйек, рөхсәт ителмәгән урындарҙағы сүплектәрҙе таҙартайыҡ. Иң мөһиме, яңы өйөмдәр барлыҡҡа килмәһен, ә был инде ошо ерҙә йәшәгән һәр кемдең үҙенә бәйле.




Читайте нас: