Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
11 Март 2019, 17:58

Көн ҡаҙағында - мөһим мәсьәләләр

Ауыл биләмәләре башлыҡтары, дөйөм белем биреү мәктәптәре директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, дауалау учреждениелары фельдшерҙары, ауыл хужалығы бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыш уҙҙы.

Көн тәртибенә бер нисә мәсьәлә сығарылды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Н. Ә. Хәйретдинов ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә һуңғы үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны. “Беҙҙең бурыс - 1 июлдән райондың бөтә ауылдарында ла яңы ҡануниәт талаптарына тап килгән контейнер майҙансыҡтары әҙерләү”, - тип билдәләне ул, ауыл биләмәләре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.

- Бөгөн күптәр сүп-сар өсөн тәүге квитанциялар алды, йыш ҡына уларҙа дөрөҫ булмаған мәғлүмәт күрһәтелгән, ләкин быларҙың бөтәһе лә – ваҡытлыса килеп тыуған ҡыйынлыҡтар, проблема аҡрынлап хәл ителәсәк. Был закон федераль кимәлдә ҡабул ителгән һәм беҙ бөтәбеҙ ҙә сүп-сар сығырыу хеҙмәте өсөн түләргә бурыслыбыҙ. Шуны аңларға кәрәк, бөгөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә ҙур реформа бара. Был – заман талабы, ҡағиҙәләр ҙә үҙгәрә һәм улар һәр кемгә ҡағыласаҡ. Шуның өсөн балаларҙа экологик мәҙәниәт тәрбиәләүҙе мәктәп эскәмйәһенән генә түгел, балалар баҡсаһынан уҡ башларға кәрәк, - тип “сүп-сар” реформаһы хаҡындағы һөйләшеүгә йомғаҡ яһаны район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин.

Кәңәшмәлә һанлы телевидениеға күсеү тураһында ла етди һөйләшеү булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндән республикала тулыһынса ошо форматҡа күсеү күҙаллана. Һанлы сигнал тотҡан зонала йәшәгән граждандарҙың айырым категориялары һанлы приставка һатып алыуға компенсация юллап, күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итә ала. Ә һанлы телевидение зонаһына инмәгән ауылдарҙағы халыҡҡа юлдаш антенналары ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Дәүләт ярҙамы граждандарҙың ике категорияһына: пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һәм аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләргә күрһәтеү күҙаллана.

Киңәйтелгән ултырышта тағы ла бер мөһим мәсьәлә - районда медицина учреждениеларының торошо тикшерелде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Т. Солтанғолов йыйылыусыларҙы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырып, медпункттар территорияларын төҙөкләндереү, шулай уҡ биналар, электр үткәргестәрҙең торошо, һыу үткәреү һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтте. Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибы Н. С. Зыязетдинов башҡарылған ремонт эштәре, кадрҙар менән тәьмин итеү һәм йәш белгестәрҙе район медицина учреждениеларына йәлеп итеү тураһында һөйләне.

Яҙ етеү менән шәхси йорт хужалары себештәр һатып ала башлай. Шәхси транспортта ауылдан-ауылға себеш һатып йөрөгән кешеләргә ҡарата ниндәй талаптар ҡуйылыуы, ауыл биләмәләре башлыҡтары был осраҡта ниндәй саралар күрергә тейешлеге хаҡында район ветеринария хеҙмәте етәксеһе Х. Ҡ. Шәрипов бәйән итте. Ул шулай уҡ республикала һәм райондағы эпизоотик хәл, ауыл хужалығы малдарын электрон иҫәпкә ҡуйыу һәм бесәйҙәрҙе, эттәрҙе, умарта күстәрен идентификациялау тураһында ла хәбәр итте.

Ултырыш барышында янғын хәүефһеҙлеге һәм “Торлаҡ” операцияһы сиктәрендә үткәрелгән иҫкәртеү саралары, граждандарҙың милкен страховкалауҙағы яңылыҡтар тураһында ла мәғлүмәт тыңланды.


Читайте нас: