Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
29 Ғинуар 2019, 11:24

Руль артында дыуамаллыҡ яҡшыға илтмәй

Һуңғы ваҡытта республика юлдарындағы хәл фронт мәғлүмәттәренә оҡшаш

Юл проблемаһының хөкүмәт кимәлендә даими тикшерелеүсе темаға әйләнеүе лә осраҡлы түгел.

Ә беҙҙең районда эштәр нисек тора һуң? Ошондай һорау менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлеге етәксеһе С. М ҠОТЛОЕВҠА мөрәжәғәт иттек.

- Былтыр район территорияһында 23 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, был 2017 йылдағынан ете осраҡҡа аҙыраҡ. Аварияларҙа ике кеше һәләк булды, 25-е тән йәрәхәттәре алды. Зыян күреүселәр араһында балиғ булмаған ике бала ла бар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, закондарҙың ҡәтғиләшеүенә ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлек ҡулланған килеш руль артына ултырыусылар байтаҡ. Бер йылда шоферҙар һәм йәйәүлеләр тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 7422 осрағы асыҡланды, шуларҙың 262-һе - эскән килеш транспортҡа идара итеү.

Юл-транспорт фажиғәһенә осраған шоферҙарҙың дүртеһе иҫерек булған, район үҙәгендә йәшәүсе ике шофер һәләк булған. Май айында Раевка – Ташлы автоюлында булған авария ла аяныслы тамамланды. Ташлы яғынан ВАЗ–21150 автомобилендә килгән 42 йәшлек ир, рулгә идара итә алмай, машинаһы менән юл ситенә барып төшә. Август айында Раевка-Себенле автоюлында шуға оҡшаш тағы ла бер авария теркәлде, унда “Рено Симбол” автомашинаһының 36 йәшлек шоферы һәләк булды.

Мировой судҡа административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 808 материал тапшырылды, улар буйынса 55 шоферға ҡарата аресҡа алыу тураһында ҡарар сығарылды. 170 шофер транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителде.

- Юлдарға ҡуйылған видеотеркәү камералары дыуамал шоферҙарҙы руль артында иғтибарлыраҡ булырға мәжбүр итә. Улар беҙҙә район үҙәгендә, Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының хәрәкәт айырыуса көслө булған ике урынында ҡуйылды. Тағы ла яңы камералар ҡуйылырмы?

- Ысынлап та, видеотеркәү камералары торған урындарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар һаны күпкә кәмей. Беҙҙә бөтә районға бер юл-патруль хеҙмәте экипажы эшләй, әлбиттә, бөтә юлды контролдә тотоу мөмкин түгел. Шуға ла камералар ҡуйылыу бик яҡшы. Республика буйынса быйыл – 600-ҙән ашыу, ә районда 15 камера ҡуйыу планлаштырыла.

Шуны хәтерегеҙҙә тотһағыҙ ине, беҙ бөтәбеҙ ҙә, шоферҙар ғына түгел, йәйәүлеләр ҙә, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар булып торабыҙ. Юлдарҙа үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге тураһында балаларыбыҙға кесе йәштән үк аңлатырға һәм уларға өлгө күрһәтергә кәрәк.

Ә шоферҙарҙы һәр ваҡыт иғтибарлы булырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тайпылышһыҙ үтәргә саҡырам.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА яҙып алды.
Читайте нас: