Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
24 Ғинуар 2019, 14:57

Пенсия системаһындағы үҙгәрештәр тураһында

Бөгөн беҙ буласаҡ пенсионерҙар белергә тейешле мөһим үҙгәрештәр тураһында һөйләйбеҙ.

Быйылдан башлап илебеҙҙә пенсия реформаһы ғәмәлгә ашырыла – ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы һәм дәүләт тәьминәте буйынса пенсия тәғәйенләүгә хоҡуҡ биреү йәше аҡрынлап арта. Һөҙөмтәлә пенсия йәше биш йылға артып, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 60 йәш һәм ирҙәргә 65 йәш буласаҡ.Бөгөн беҙ буласаҡ пенсионерҙар белергә тейешле мөһим үҙгәрештәр тураһында һөйләйбеҙ.

Күсеү осоро

Реформа 10 йыл дауамында, 2028 йылға тиклем бойомға ашырыла. Уға тиклем пенсия йәше этаплап арттырыласаҡ, мәҫәлән, 2019 йылда - ярты йылға. Йәғни пенсияға 55,5 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60,5 йәшкә еткән ирҙәр сығасаҡ. Киләһе йылда – йыл ярым өҫтәләсәк һәм артабан шулай арта барасаҡ (таблицаны ҡарағыҙ).

Шул уҡ ваҡытта бөтә күсеү осоронда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы билдәләү өсөн кәрәк булған стажға һәм пенсия балдарына талаптар ғәмәлдә ҡаласаҡ. Мәҫәлән, 2019 йылда пенсияға сығыу өсөн кәмендә 10 йыл стаж һәм 16,2 пенсия балы талап ителә.

Социаль пенсиялар

Ҡартлыҡ буйынса социаль пенсия (минималь хеҙмәт стажы булмаған кешеләргә) билдәләү өсөн шарттар ҙа аҡрынлап артасаҡ – ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 65 йәшкә һәм ирҙәр өсөн 70 йәшкә тиклем.

Пенсия йәшен арттырыу инвалидлыҡ буйынса пенсияларға ҡағылмай – улар тулы күләмдә һаҡланасаҡ һәм нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, хеҙмәткә һәләтен юғалтҡан һәм инвалидлыҡ билдәләнгән кешеләргә түләнәсәк.

Ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу өсөн нигеҙ

Оҙайлы стаж булһа

Кәмендә 37 йыл стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм кәмендә 42 йыл хеҙмәт стажы булған ирҙәр дөйөм билдәләнгән пенсия йәшенән ике йылға иртәрәк пенсияға сыға ала, ләкин ул ҡатын-ҡыҙҙарға 55 йәштән һәм ирҙәргә 60 йәштән алдараҡ булырға тейеш түгел.

Күп балалы әсәләргә һәм инвалид балалары булған ата-әсәләргә

Биш һәм унан күберәк бала тапҡан һәм уларҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ҡатындар элеккесә 50 йәштән пенсияға сыға ала. Ә өс йәки дүрт балаһы булған әсәләр өс һәм дүрт йылға иртәрәк – шул нисбәттә 57 һәм 56 йәштә пенсияға сыға ала. Ләкин уларҙың 15 йыл страховка стажы булырға тейеш.

Инвалид баланы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең береһенә пенсияға сығыу йәше шулай уҡ элеккесә ҡала: ирҙәргә – 55, ҡатындарға – 50 йәш, уларҙың страховка стажы шул нисбәттә 20 һәм 15 йыл тәшкил итергә тейеш.

Насар хеҙмәт шарттары өсөн

Хәүефле һәм зыянлы хеҙмәт шарттарында эшләүсе граждандар өсөн хаҡлы ялға сығыу ҡағиҙәләре үҙгәрмәй. Исемлеккә шахталарҙа, разрездарҙа (файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығара торған урындарҙа), рудниктарҙа, ҡайнар цехтарҙа, урман киҫеү эштәрендә эшләүселәр, шулай уҡ тимер юл составтары машинистары, граждандар авиацияһы летчиктары, пассажир автобустары шоферҙары, холоҡ төҙәтеү колониялары хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һәм башҡалар инә.

Эшһеҙ граждандарға

Пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн хеҙмәткә урынлашыу мөмкинлеге булмаған осраҡта ваҡытынан алда пенсияға сығыу мөмкинлеге һаҡлана. Бындай осраҡта пенсия яңы пенсия йәшенән (күсеү осорон иҫәпкә алып) ике йылға иртәрәк билдәләнә.

Себерҙә йәшәүселәрҙең пенсияға сығыу йәше

Алыҫ Себерҙә һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа йәшәүселәр дөйөм билдәләнгән пенсия йәшенән биш йылға иртәрәк пенсияға сығыу хоҡуғына эйә. Был хоҡуҡ артабан да һаҡланасаҡ, ләкин ваҡытынан алда пенсияға сығыу йәше ҡатындарға 50 йәштән 55 йәшкә тиклем һәм ирҙәргә 55 йәштән 60 йәшкә тиклем этаплап арттырыласаҡ.

Уҡытыусыларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә

Педагогик, медицина һәм ижади хеҙмәткәрҙәргә пенсияға иртәрәк сығыу ҙа элеккесә ҡала. Тейешле минималь стаж арттырылмай һәм ул, конкрет һөнәргә бәйле, элекке кеүек 25 йылдан 30 йылға тиклем тәшкил итә. Әммә ваҡытынан алда пенсияға сығыу йәше уларға ла әкренләп артасаҡ.

Мәҫәлән, ауылдағы медицина хеҙмәткәрҙәренә, улар нисә йәштә һәм ниндәй енестә булыуҙарына ҡарамаҫтан, пенсияға сығыу өсөн һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 25 йыл выслуга (тейешле йылдар эшләгән өсөн) булырға тейеш. Әгәр ауыл табибы 2021 йылда кәрәкле стажды туплап өлгөрһә, уға пенсия билдәләнгән күсеү осорона ярашлы – өс йылдан һуң, йәғни 2024 йылда тәғәйенләнәсәк.

Дәүләт хеҙмәткәрҙәренә пенсия

Властың бөтә кимәлендәге дәүләт (федераль, төбәк һәм муниципаль) хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына хоҡуҡ биреүсе пенсия йәшен арттырыу 2017 йылдан башланды. Яңы үҙгәрештәргә күсеү уларҙа ла этаплап буласаҡ. Һөҙөмтәлә дәүләт хеҙмәткәре булып эшләүсе ирҙәр пенсияға 2028 йылда 65 йәштә, ҡатындар 2034 йылдан башлап 63 йәштә сығасаҡ.

Күсеү осоронда ярҙам саралары

2028 йыл тамамланғанға тиклем бөтә федераль һәм төбәк льготалар элеккесә биреләсәк – ирҙәргә – 60 һәм ҡатындарға – 55 йәштән. Шулай уҡ пенсияға биш йыл йәки унан аҙыраҡ ваҡыт ҡалғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау саралары ла ҡабул ителде. Мәҫәлән, пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙе эштән ебәргән йәки оло йәштә булыу сәбәпле эшкә ҡабул итеүҙән баш тартҡан эш биреүселәргә административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Пенсия алды йәшендәгеләргә йыл һайын бушлай диспансерлаштырыу үтеү өсөн ике көн бирелергә һәм был көндәр өсөн эш хаҡы һаҡланырға тейеш. Шулай уҡ өҫтәмә һөнәрҙәргә уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү программалары, эшһеҙлек буйынса пособие ла ҡаралған

Рәсәй Пенсия фонды сайты мәғлүмәттәре буйынса.


Читайте нас: