- 2018 йылда районда 364 бала донъяға килде (2017 йылда – 418). Улар араһында ете игеҙәк тә бар. 106 ғаиләлә тәүге сабыйҙары, 124-ендә - икенсе, 98 ғаиләлә - өсөнсө, 30-ында - дүртенсе, алты ғаиләлә бишенсе һәм артабанғы балалары тыуған. 2017 йыл менән сағыштырғанда былтыр балалар һаны 54-кә аҙыраҡ булды. Сабыйҙарға Зәйнәп, Сәйҙә, Айдана, Осман, Мелания, Стефания, Надир, Умар кеүек һирәк осрай торған исемдәрҙе лә ҡушалар. Артур, Милана, Арина, Булат һәм Радмир исемдәре һаман да популяр булып ҡала. Үлем тураһында 617 акт яҙмаһы (2017 йылда – 627) тултырылды. 349 ир һәм 268 ҡатын-ҡыҙ вафат булды, шуларҙың 227-һе - 80 йәштән өлкәнерәктәр. 28 кеше – фажиғәле рәүештә һәм 20 кеше алкоголь менән ағыуланып вафат булды.
Бөтәһе 261 пар законлы никахтарын теркәне (2017 йыл менән сағыштырғанда 30-ға күберәк). Бер пар – 16 йәшкә тиклем, 4 пар 18 йәшкә тиклем ғаилә ҡорҙо, БДБ илдәре граждандары менән - 11, сит ил граждандары менән 6 никах теркәлде. 161 пар никахтарын тарҡатты (2017 йылда – 155). Уларҙың дүрт пары - бер йылдан әҙерәк, 57 пар - бер йылдан биш йылға тиклем, 42 пар – алты йылдан 10 йылға тиклем, 33 ғаилә пары 11 йылдан 15 йылға тиклем бергә йәшәгән.
Атайлыҡты билдәләү буйынса 2017 йылда 47 ғариза бирелгән булһа, 2018 йылда ошо һорау менән 56 кеше мөрәжәғәт итте. Уллыҡҡа алыу тураһында 8 (2017 йылда – 16) ғариза теркәлде.
Күркәм ғаилә юбилейҙарын билдәләүселәр беҙгә йылдан-йыл күберәк мөрәжәғәт итә. Былтыр ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгән 33 ғаилә парына тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Башлығы исеменән бүләктәр тапшырҙы.
- Лариса Тәминдәр ҡыҙы, гәзит уҡыусыларыбыҙ һәр айға демографик хәл тураһында мәғлүмәтте түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Декабрь айы әлшәйҙәр өсөн нисек булды?
- Был айҙа 114 гражданлыҡ хәле акты төҙөлдө. 22 бала – 13 ҡыҙ һәм 9 малай донъяға килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 50 кеше гүр эйәһе булды. 28 пар законлы никахҡа инде. 9 ғаилә пары никахтарын тарҡатты.
- 2018 йылда кемдәр күберәк тыуҙы?
- Ҡыҙҙар. 186 ҡыҙ һәм 178 малай донъяға ауаз һалды. Быйыл, бәлки, көслө зат вәкилдәре күберәк булыр. Нисек кенә булмаһын, йыл барыбыҙ өсөн дә уңышлы булһын, һәр сабый үҙ бәхете менән тыуһын