Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
24 Декабрь 2018, 17:50

Ни өсөн миллионер табиптар ауыл дауаханаһынан китә?

Күптәр тәжрибә туплағандан һуң шәхси клиникаларға йәки Себергә китә, сөнки унда хеҙмәт хаҡы күпкә юғары.

Табипҡа, бигерәк тә махсус белгескә, ҡабул итеүгә эләгеүе бик ауыр. Ҡайһы берҙәренә алдан яҙылып, сират еткәнен бер нисә көн көтөргә кәрәк. Сөнки дауаханала медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң? Килеп тыуған хәл тураһында Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибы Н. С. Зыязетдинов һөйләй:

- Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 669 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 84-е – табип (12-һе декрет ялында), 340 урта хеҙмәткәр, кадрҙар менән тәьмин ителеш 60,9 процент һәм 93,6 процент тәшкил итә. Күреүегеҙсә, хәл ҡатмарлы, белгестәр етешмәй, ә ҡалған табиптарға эш икеләтә арта. Ике эште бер юлы башҡарһалар ҙа, талаптар юғары ҡала.

Бөгөн дауаханаға 19 табип етмәй. Участка терапевтары, реаниматологтар, дөйөм практика табиптары, офтальмолог, невролог, психиатр, нарколог, кардиолог, хирург, балалар хирургы, инфекционист, эндокринолог, стоматолог-терапевтар, стоматолог-хирургтар талап ителә. Иҫке Аҡҡолай, Хәнйәр, Ташкисеү, Нефороща, Мәндән, Байдаковка фельдшер-акушерлыҡ пункттарына - алты, ашығыс ярҙам күрһәтеү бүлегенә өс фельдшер кәрәк. Кадрҙар етешмәү мәсьәләһен йәш белгестәрҙе йәлеп итеп хәл итергә тырышабыҙ.

- Наил Сабир улы, үҙәк район дауаханаһында “Земство табибы” һәм “Земство фельдшеры” программалары буйынса нисә медицина хеҙмәткәре эшләй?

- Һуңғы ете йылда “Земство табибы” федераль программаһы буйынса беҙгә 36 табип килде. Бөгөн дауаханала 23 белгес эшләй. “Земство фельдшеры” программаһы буйынса дүрт фельдшер дәүләттән 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие алды. Уларға ауыл ерендә биш йыл эшләргә кәрәк.

- Ни өсөн йәш табиптар берәр миллион аҡса алып, тейешле ваҡыт эшләгәндән һуң беҙҙә ҡалмай?

- Районда дәүләттән миллион алған туғыҙ табип биш йыл эшләп китте. Күптәр тәжрибә туплағандан һуң шәхси клиникаларға йәки Себергә китә, сөнки унда хеҙмәт хаҡы күпкә юғары.

- Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса беҙҙә ниндәй эш алып барыла? Уларға ниндәй социаль ярҙам саралары ҡаралған?

- Декабрь башында Башҡортостан дәүләт медицина университетында район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин, уның урынбаҫарҙары Раевка үҙәк район дауаханаһы хакимиәте һәм республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре менән берлектә Әлшәй студенттары менән осрашыу үткәрҙе. Улар егет һәм ҡыҙҙарға “Земство табибы” программаһы, социаль ярҙам саралары һәм беҙҙең дауаханала эш шарттары тураһында һөйләне. Район һәм белгес араһында маҡсатлы уҡыуға килешеү төҙөү мөмкинлеге тураһында ла һүҙ барҙы. Бөгөн медуниверситетта 129 әлшәйле уҡый, уларҙың 27-һе маҡсатлы йүнәлеш буйынса белем ала. Шулай уҡ Бәләбәй медицина колледжы студенттары менән осрашыу планлаштырылған, башҡа медицина белем биреү учреждениелары менән дә маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

Ай һайын республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтына, райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә, үҙебеҙҙең сайтҡа ла вакансиялар ҡуябыҙ. Даими рәүештә Башҡортостан дәүләт медицина университеты сығарылыш студенттарына эшкә урынлаштырыу буйынса юллама биреүҙә ҡатнашабыҙ.

Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн районда махсус программа эшләнгән. Табиптарға ай һайын окладҡа өҫтәмә түләүҙәр, коммуналь хеҙмәттәргә льготалар ҡаралған, торлаҡ наймына компенсация бар, балалар баҡсаһына сираттан тыш урындар бүленә. Район хакимиәте шәхси милеккә участкалар бүлә, йорт төҙөүгә субсидиялар бирелә. Район хакимиәте һәм медицина хеҙмәткәре араһында хеҙмәт наймы килешеүҙәре буйынса торлаҡ бирелә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Хөкүмәткә йәш белгестәргә арендаға бирелгән торлаҡты һатып алыу мөмкинлеге биреүсе республика программаһы эшләргә ҡушты. Был дөрөҫ ҡарар, тип уйлайым. Торлаҡ биреп һәм хеҙмәт хаҡын арттырып ҡына йәш табиптар һәм фельдшерҙарҙы ауылға йәлеп итә алабыҙ.

Профессиональ планда ла йәштәрҙең перспективалары бар. Дауаханала өҙлөкһөҙ медицина белеме биреү, оҡшаш һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырылған.

Читайте нас: