Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
7 Декабрь 2018, 12:20

Байрамға әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара

Традиция буйынса, төп тантаналар Раевка ауылының үҙәк майҙанында уҙасаҡ.

Урман һылыуҡайы үҙ урынын алды инде, тиҙҙән төрлө төҫтәге уттар балҡыған әкиәти боҙ майҙансығы ла үҙ ишектәрен асыр.

Төп шыршы, быйыл бер аҙ ситкәрәк урынлаштырылды. Ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлегендә аңлатыуҙарынса, был боҙ майҙансығын ҙурайтыу маҡсатында, унда тиҙҙән Ҡыш бабай резиденцияһы барлыҡҡа киләсәк,һәм тамашасыларға иркен булһын өсөн эшләнгән, Сөнки йылдан-йыл Яңы йыл тамашалары тағы ла мауыҡтырғыс һәм сағыуыраҡ үтә, ә унда ҡатнашырға теләүселәр һәм ҡунаҡтар һаны арта бара.

Тағы ла бер урман һылыуы “Ыласын” спорт һарайы янында ҡуйылды. Уны район үҙәгенән Мирецкийҙар ғаиләһе килтерҙе, шыршыны биҙәгәндәр ҙә инде.

Башҡа ауылдарҙа ла ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар – хоккейсылар, тимераяҡта уҙышыусылар байрамға һәм ҡышҡы спорт миҙгеленә әҙерләнә. Раевкала, һәр ваҡыттағыса, физкультура-һауыҡтырыу комплексында, 2-се мәктәптә һәм Пионерҙар йортонда һырғалаҡтар яһалды, ә район буйынса уларҙың һаны егермегә етә. Шафран мәктәбе боҙонда миҙгел асылыуға арналған шайбалы хоккей буйынса район ауыл биләмәләренең үҫмерҙәр һәм өлкәндәр командалары араһында иптәштәрсә матчтар уҙҙы ла инде. Раевка 2-се мәктәбенең боҙонда ауыл йәштәре “Боҙ дискотекаһы” үткәрҙе.

Ә беҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, тағы ла бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йылды ҡаршылауға һеҙ ҙә әҙерләнегеҙ. Биналар, кафе һәм магазиндар, йорттарҙы Яңы йыл атрибутикаһы менән биҙәп, “Иң яҡшы Яңы йыл иллюминацияһы” смотр-конкурсында бүләк ота алаһығыҙ. Урындағы оҫталарға ла үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек бар. 10 декабрҙән 25 декабргә тиклем йәштәр эштәре комитеты Раевка ауыл Советы менән берлектә “Боҙ майҙансығы” конкурсы үткәрә. Заявкалар 3-07-77 телефоны буйынса ҡабул ителә. Ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Читайте нас: